Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Ҡырымға эш сәфәре барышында төбәк етәкселәре Рөстәм Хәмитов менән Сергей Аксенов Белогорск районындағы ҡайһы бер социаль объекттарҙа булды. Белогорскиҙа ике республика Башлыҡтары 1960 йылдарҙа һалынған район мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты. Күп йылдар дауамында бина бер тапҡыр ҙа төҙөкләндерелмәгән булған: ҡыйыҡтан һыу аҡҡан, йылылыҡ селтәре сафтан сыҡҡан, түңәрәктәр, ижади коллективтарҙың репетициялары үткәрелмәгән.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт йортона килгәндән һуң төҙөкләндереү эштәре башланған, ҡыйыҡ, сәхнә порталы яңыртылған. Әле бында ижади коллективтар сығыш яһай. Мәҙәниәт йорто мөдире Оксана Торопенко әйтеүенсә, түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа 250-нән ашыу кеше шөғөлләнә. Шуларҙың 112-һе – бала, 54-е – йәштәр һәм 93-ө – өлкәндәр.
– Әле бында тормош һулышы тойола. Балалар шөғөлләнә башлаған. Был бик яҡшы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы мәҙәниәт йорто бинаһын тәртипкә килтереү өсөн башҡарылырға тейешле эштәр исемлеген тикшерҙе. Оксана Торопенко белдереүенсә, быйыл йылылыҡ селтәрҙәрен өлөшләтә алмаштырыу, сәхнәне һәм тамаша залын төҙөкләндереү күҙаллана. Ул район халҡы исеменән мәҙәниәт йортон ремонтлауҙа күрһәткән ярҙам өсөн республикабыҙға рәхмәт әйтте.
– Киләһе ғилми-ғәмәли конференцияны ошо залда үткәрербеҙ тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов.
Богатое ауылында Рөстәм Хәмитов һәм Сергей Аксенов уҙған быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән урта мәктәптә булды. Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, бинала Башҡортостандың ярҙамы менән ҡыйыҡ, тәҙрәләр ремонтланған. Әле яңыртыу эштәре дауам итә. Яңы йыһаз, ҡорамалдар һатып алына. Республика башлыҡтары уҡыу кластарын ҡарап сыҡты, мәктәпте төҙөкләндереү эштәрен тикшерҙе.
Белем усағы эргәһендә балалар баҡсаһы урынлашҡан. Ул да күптән түгел генә авария хәлендә ине. Башҡортостандың ярҙамы менән бында ла ҡыйыҡ төҙөкләндерелгән, Ҡырым ҡаҙнаһы иҫәбенә реконструкция үткәрелгән. Былтыр балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылған.
Белогорскиҙа Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 460 йыллығына һәм Ҡырым ерҙәренең Рәсәйгә ҡушыла башлауының 245 йыллығына арналған “Рәсәйгә ант итеп” төбәк-ара фестивале үтте. Белогорск районы халҡы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовты һәм Ҡырым Башлығы Сергей Аксеновты ошо ваҡиғалар менән ҡотланы.
– Тап Белогорск районы менән Белогорск ҡалаһын шефлыҡҡа алыуыбыҙ йәһәтенән Башҡортостан отто. Ошо ике-өс йыл беҙ бергәләп бик яҡшы эшләнек, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы, балалар баҡсаларын тәртипкә килтерҙек. Был эш мотлаҡ дауам итәсәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙе дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Һәм дуҫлығыбыҙ мотлаҡ нығыясаҡ. Берлектә тырышып эшләүебеҙгә, алға барыуыбыҙға, республикаларыбыҙҙы һәм илебеҙҙе нығытыуыбыҙға шатбыҙ. Киләсәктә лә шулай буласаҡ.
– Башҡортостандан дуҫтарыбыҙ, даими патронаттан тыш, Белогорск районында мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын яңырта. Бөгөн Башҡортостандан һоҡланғыс коллективтарҙы алып килеп, беҙҙең өсөн байрам ойошторҙолар, – тине Сергей Аксенов. – Ошондай дуҫтар, ышаныслы партнерҙар булғанда тормошта бер нәмә лә ҡурҡыныс түгеллеген беләһегеҙ. Илебеҙ – Рәсәй – төбәктәр араһындағы дуҫлыҡ менән көслө. Ауыр мәлдә ярҙам һорап мөрәжәғәт итерлек дуҫың булыу ысынлап та ҙур байлыҡ ул.
Фестиваль барышында төбәк етәкселәре Белогорск районы предприятиелары күргәҙмәһен ҡарап сыҡты, етештерелгән тауарҙар менән танышты. “Зеленогорск” агрофирмаһы продукцияһы уларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Ул – Ҡырымда классик технология буйынса ҡымыҙ етештереүсе берҙән-бер предприятие. Бынан тыш, фирма ҡуйы һөт, аҡ май, брынза, көнбағыш майы, икмәк, ит һәм колбаса ризыҡтары сығара. Хужалыҡта совет осоронан емеш-еләк консерваһы, ит-колбаса етештереүгә иҫәпләнгән цех һаҡланып ҡалған. Рөстәм Хәмитов ҡымыҙҙан ауыҙ итте, предприятиеның юғары ҡеүәтен билдәләне һәм Башҡортостан менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын ҡарарға тәҡдим итте.
Күргәҙмәлә шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталарының әйберҙәре, Ҡырым халыҡтарының күп төрлөлөгө сағылған милли-мәҙәни экспозициялар тәҡдим ителде. Унда Башҡортостан Республикаһының тарихына һәм мәҙәниәтенә айырым иғтибар бирелгәйне. Башҡортостан менән Ҡырым сәнғәт оҫталарының “Беҙ бергә” тип аталған концерты фестивалдең сағыу ваҡиғаһы булды.