Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош тәжрибәһен файҙаланыу өсөн отошло осор
Тормош тәжрибәһен файҙаланыу өсөн отошло осор
Ҡайһы берәүҙәр, хаҡлы ялға сыҡҡас, буш ваҡыттың күп булыуынан бер аҙ баҙап ҡала. Көн һайын иртән эшкә тип ашығырға кәрәкмәй. Әйҙә, рәхәтләнеп ял ит. Әммә... Бына күңелгә генә нимәлер етмәй кеүек. Яратҡан шөғөлөң менән тағы ла ныҡлабыраҡ мауығыу өсөн ошонан да ҡулайлы осор юҡ. Ҡасандыр бының өсөн ваҡыт етмәһә, хәҙер иркенләп, ең һыҙғанып тотонорға мөмкин.


Китап
Китап уҡыу йәнде тынысландырып ҡына ҡалмай, белемле лә итә. Ҡышын да, йәйен дә, ҡалала ла, ауылда ла, хатта йәмәғәт транспортында, йә булмаһа өйҙә, диванда иркенләп ултырып, әҙәби, мәҙәни, хоҡуҡи һәм башҡа әллә күпме китап уҡырға була. Бынан тыш, китапханаға барһағыҙ, башҡалар менән аралашыу бәхете лә тәтер.

Яратҡан фильм, спектакль...
Хәҙер ниндәй генә фильм юҡ. Кәрәк икән, тарих сөңгөлдәренә сумырға, кәрәк икән, мөхәббәт тураһындағы киноны хисләнеп ҡарарға мөмкин. Әгәр ҡалала йәшәһәгеҙ, йәнегеҙ теләгән спектаклде йәки концертты барып күрегеҙ. Ауылда торһағыҙ, клубҡа сығып әйләнегеҙ. Хоҙай тарафынан йыр-моңға маһирлыҡ бирелһә, әйҙәгеҙ, кинәнеп файҙаланығыҙ, хатта хор менән сығыш яһағыҙ.

Тормош тәжрибәһен файҙаланыу өсөн отошло осорКоллекциялар
Күп кенә оло йәштәге кешеләргә, хатта йәштәргә лә төрлө һауыт-һаба, картина, һыуытҡыс өсөн магниттар, тәңкәләр һәм билдәле кешеләрҙең ҡултамғалы яҙыуҙарын йыйыу оҡшай. Ә ҡатындарға бәйләү өсөн хәҙер ниндәй генә ептәр юҡ. Уларҙан бына тигән кофта-күлдәктәр бәйләргә мөмкин. Үҙең генә түгел, яҡындарың өсөн әйберҙәр тегеү иһә күңелегеҙҙә ҡәнәғәтлек тойғоһо ҡалдырыр. Оҫта ҡулдарығыҙ яһаған мендәр, түшәктәр ҙә күптәргә матур бүләккә әйләнер. Бының өсөн ҙур теләк менән зауыҡ ҡына кәрәк.

Спорт
Көн һайын иртән гимнастика эшләү, йүгереү бер ниндәй ҙә аҡсалата сығым талап итмәй. Бының өсөн ни бары теләк кәрәк. Ҡыш саңғыла шыуыу, йәй эргә-тирәләге йылға-күлдә һыу инеү, ҡояшта ҡыҙыныу... Һанай китһәң, спорттың ниндәй генә төрө юҡ. Уларҙың береһен һайлап алыу хоҡуғынан файҙалан ғына. Иң мөһиме – үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе барлап, тормош ҡиммәттәрен яңынан баһалап күнекмәләргә тотоноу кәрәк. Физик көсөргәнешкә генә юл ҡуймағыҙ.

Интернет
Хәҙер ҡайһы бер оло йәштәгеләр компьютер серҙәрен йәштәрҙән дә яҡшыраҡ белә. Әгәр һеҙ был исемлеккә инмәһәгеҙ, борсолмағыҙ. Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙән һорашығыҙ. Бынан тыш, бөгөн ниндәй генә курстар юҡ. Хаҡлы ялдағылар өсөн төрлө ташламалар ҙа ҡаралған. Интернетты ныҡлап өйрәнһәгеҙ, башҡа яратҡан шөғөлөгөҙ менән мауығыу өсөн дә юлдар асылыр. Мәҫәлән, фотографияларҙы эшкәртергә өйрәнеп була. Бындай файҙалы программалар бик күп. Йәнең теләгәнен һайла ғына.

Баҡсасылыҡ
Күптәр был шөғөлдө ярата, тиһәк, хата булмаҫ, моғайын. Ул күңелде тынысландырып ҡына ҡалмай, ғаилә ҡаҙнаһына ла файҙа килтерә. Һеҙ үҫтергән йәшелсә-емеш менән йыл әйләнәһенә һыйланырға мөмкин. Әйткәндәй, был шөғөл сәләмәтлек өсөн дә файҙалы. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип бушҡа әйтмәгәндәр бит. Үҫемлектәргә һыу һибеү, түтәл утау... Баҡсалағы эште һанап бөтөрлөкмө ни?! Ә рауза, ҡәнәфер, георгин кеүек сәскәләр үҫтереү – үҙе бер ғәжәйеп кинәнес. Улар бөтә донъяға йәм таратыр, һәммәһен дә үҙҙәренә ҡаратыр, ә һеҙгә матур кәйеф бүләк итер.
Үрҙә һанап үтелгән шөғөлдәр бөтәбеҙ өсөн дә файҙалы. Хаҡлы ял ҡартлыҡҡа мәңгелек юллама түгел ул. Бары тормош тәжрибәгеҙ һөҙөмтәһендә тупланған аҡыл-ғилемде отошло ҡулланыу өсөн уңайлы осор.


Автор: А. МӨЛӨКОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526