Ҡайһы берәүҙәр, хаҡлы ялға сыҡҡас, буш ваҡыттың күп булыуынан бер аҙ баҙап ҡала. Көн һайын иртән эшкә тип ашығырға кәрәкмәй. Әйҙә, рәхәтләнеп ял ит. Әммә... Бына күңелгә генә нимәлер етмәй кеүек. Яратҡан шөғөлөң менән тағы ла ныҡлабыраҡ мауығыу өсөн ошонан да ҡулайлы осор юҡ. Ҡасандыр бының өсөн ваҡыт етмәһә, хәҙер иркенләп, ең һыҙғанып тотонорға мөмкин.
Китап Китап уҡыу йәнде тынысландырып ҡына ҡалмай, белемле лә итә. Ҡышын да, йәйен дә, ҡалала ла, ауылда ла, хатта йәмәғәт транспортында, йә булмаһа өйҙә, диванда иркенләп ултырып, әҙәби, мәҙәни, хоҡуҡи һәм башҡа әллә күпме китап уҡырға була. Бынан тыш, китапханаға барһағыҙ, башҡалар менән аралашыу бәхете лә тәтер.
Яратҡан фильм, спектакль... Хәҙер ниндәй генә фильм юҡ. Кәрәк икән, тарих сөңгөлдәренә сумырға, кәрәк икән, мөхәббәт тураһындағы киноны хисләнеп ҡарарға мөмкин. Әгәр ҡалала йәшәһәгеҙ, йәнегеҙ теләгән спектаклде йәки концертты барып күрегеҙ. Ауылда торһағыҙ, клубҡа сығып әйләнегеҙ. Хоҙай тарафынан йыр-моңға маһирлыҡ бирелһә, әйҙәгеҙ, кинәнеп файҙаланығыҙ, хатта хор менән сығыш яһағыҙ.
Коллекциялар Күп кенә оло йәштәге кешеләргә, хатта йәштәргә лә төрлө һауыт-һаба, картина, һыуытҡыс өсөн магниттар, тәңкәләр һәм билдәле кешеләрҙең ҡултамғалы яҙыуҙарын йыйыу оҡшай. Ә ҡатындарға бәйләү өсөн хәҙер ниндәй генә ептәр юҡ. Уларҙан бына тигән кофта-күлдәктәр бәйләргә мөмкин. Үҙең генә түгел, яҡындарың өсөн әйберҙәр тегеү иһә күңелегеҙҙә ҡәнәғәтлек тойғоһо ҡалдырыр. Оҫта ҡулдарығыҙ яһаған мендәр, түшәктәр ҙә күптәргә матур бүләккә әйләнер. Бының өсөн ҙур теләк менән зауыҡ ҡына кәрәк.
Спорт Көн һайын иртән гимнастика эшләү, йүгереү бер ниндәй ҙә аҡсалата сығым талап итмәй. Бының өсөн ни бары теләк кәрәк. Ҡыш саңғыла шыуыу, йәй эргә-тирәләге йылға-күлдә һыу инеү, ҡояшта ҡыҙыныу... Һанай китһәң, спорттың ниндәй генә төрө юҡ. Уларҙың береһен һайлап алыу хоҡуғынан файҙалан ғына. Иң мөһиме – үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе барлап, тормош ҡиммәттәрен яңынан баһалап күнекмәләргә тотоноу кәрәк. Физик көсөргәнешкә генә юл ҡуймағыҙ.
Интернет Хәҙер ҡайһы бер оло йәштәгеләр компьютер серҙәрен йәштәрҙән дә яҡшыраҡ белә. Әгәр һеҙ был исемлеккә инмәһәгеҙ, борсолмағыҙ. Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙән һорашығыҙ. Бынан тыш, бөгөн ниндәй генә курстар юҡ. Хаҡлы ялдағылар өсөн төрлө ташламалар ҙа ҡаралған. Интернетты ныҡлап өйрәнһәгеҙ, башҡа яратҡан шөғөлөгөҙ менән мауығыу өсөн дә юлдар асылыр. Мәҫәлән, фотографияларҙы эшкәртергә өйрәнеп була. Бындай файҙалы программалар бик күп. Йәнең теләгәнен һайла ғына.
Баҡсасылыҡ Күптәр был шөғөлдө ярата, тиһәк, хата булмаҫ, моғайын. Ул күңелде тынысландырып ҡына ҡалмай, ғаилә ҡаҙнаһына ла файҙа килтерә. Һеҙ үҫтергән йәшелсә-емеш менән йыл әйләнәһенә һыйланырға мөмкин. Әйткәндәй, был шөғөл сәләмәтлек өсөн дә файҙалы. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип бушҡа әйтмәгәндәр бит. Үҫемлектәргә һыу һибеү, түтәл утау... Баҡсалағы эште һанап бөтөрлөкмө ни?! Ә рауза, ҡәнәфер, георгин кеүек сәскәләр үҫтереү – үҙе бер ғәжәйеп кинәнес. Улар бөтә донъяға йәм таратыр, һәммәһен дә үҙҙәренә ҡаратыр, ә һеҙгә матур кәйеф бүләк итер.
Үрҙә һанап үтелгән шөғөлдәр бөтәбеҙ өсөн дә файҙалы. Хаҡлы ял ҡартлыҡҡа мәңгелек юллама түгел ул. Бары тормош тәжрибәгеҙ һөҙөмтәһендә тупланған аҡыл-ғилемде отошло ҡулланыу өсөн уңайлы осор.