Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
БалтырғанЙылына бер тапҡыр балтырған ашамаған кешенең эсе ҡортлар, имеш – шулай тигән боронғолар. Балтырғандың һабағында һәм япраҡтарында С витамины лимондағынан бер нисә тапҡырға күберәк, ул каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор һымаҡ һирәк осрай торған микроэлементтарға бай. Былар — организм өсөн ифрат кәрәкле матдәләр. Кешене тынысландыра торған үҙенсәлеге лә бар. Тамырҙары менән орлоҡтары ҡатын-ҡыҙ өсөн дә, ирҙәр өсөн дә енси йәһәттән файҙалы.
Заманында малсылыҡ өсөн “сосновский” балтырғаны тигән төрөн күпләп сәскәндәр һәм силос әҙерләгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был төр үләндең ағыулы булыуы асыҡланған. Әммә ул киң таралып киткән, һәм хәҙер Европа илдәрендә уға ҡаршы көрәш алып баралар. Беҙҙең яҡтарға ла етеп килә ул. Был төр балтырған тәнде яндыра, тәме әсе, ағыулы.
Үҙебеҙҙең ҡәҙимге балтырған менән бутай күрмәгеҙ. Балтырғанды ҡышҡылыҡҡа тоҙлап та, туңдырып та, консервалап та әҙерләргә мөмкин.

Балтырған турамаһы
500 г балтырған көпшәһенең тышын таҙартырға, бер баш һуғанды турарға, кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, ҡаты бешкән ике йомортҡаны ваҡларға, һарыһын ыуырға ла, барыһын бергә ҡушып болғатырға. Шыйыҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушырға. Һуған менән кишерҙе майҙа быҡтырып ҡушырға мөмкин.

БалтырғанБалтырған ашы
Тауыҡ һурпаһы бешерелә. Бәрәңге, бешеп етер саҡта һуған, үҙегеҙ теләгән күләмдә балтырған турап һалығыҙ, ул ҡабарып сығыу менән үҙегеҙ баҫҡан туҡмас төшөрөгөҙ. Әгәр киптерелгән йәки һатыу туҡмасы булһа, балтырғандан алда һалына.
Табынға әсе ҡатыҡ йә ҡорот менән бирелә. “Ҡоролай” балтырған ашы кесерткәндеке кеүек бешерелә.

Балтырған бөйөрөгө
Күмәстеке кеүек сөсө ҡамыр әҙерләйбеҙ. 500 г йәш балтырған япрағы, 250 г йәшел йәки башлы һуған, 100 г дөгө, 2 йомортҡа, 30 г аҡ май алабыҙ.
Балтырғанды өс-биш минут бешекләйбеҙ, турайбыҙ, ныҡ ҡурылған һуған һәм ҡаты бешереп ваҡланған йомортҡа, бешерелгән дөгө ҡушабыҙ. Ошо эслек менән бөйөрөктәр эшләп, майҙа бешерәбеҙ.

Балтырған билмәне
250 г иткә 100 г балтырғанды, бер баш һуғанды ваҡ ҡына итеп турап ҡушабыҙ, өҫтөнә бер сей йомортҡа һытып болғатабыҙ. Ошо эслектән билмән яһайбыҙ.
Һурпаға йә ҡайнар һыуға һалып бешереп алғас, табынға ҡаймаҡ йәки башҡа тоҙлоҡ менән бирәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524