Йылына бер тапҡыр балтырған ашамаған кешенең эсе ҡортлар, имеш – шулай тигән боронғолар. Балтырғандың һабағында һәм япраҡтарында С витамины лимондағынан бер нисә тапҡырға күберәк, ул каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор һымаҡ һирәк осрай торған микроэлементтарға бай. Былар — организм өсөн ифрат кәрәкле матдәләр. Кешене тынысландыра торған үҙенсәлеге лә бар. Тамырҙары менән орлоҡтары ҡатын-ҡыҙ өсөн дә, ирҙәр өсөн дә енси йәһәттән файҙалы.
Заманында малсылыҡ өсөн “сосновский” балтырғаны тигән төрөн күпләп сәскәндәр һәм силос әҙерләгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был төр үләндең ағыулы булыуы асыҡланған. Әммә ул киң таралып киткән, һәм хәҙер Европа илдәрендә уға ҡаршы көрәш алып баралар. Беҙҙең яҡтарға ла етеп килә ул. Был төр балтырған тәнде яндыра, тәме әсе, ағыулы.
Үҙебеҙҙең ҡәҙимге балтырған менән бутай күрмәгеҙ. Балтырғанды ҡышҡылыҡҡа тоҙлап та, туңдырып та, консервалап та әҙерләргә мөмкин.
Балтырған турамаһы500 г балтырған көпшәһенең тышын таҙартырға, бер баш һуғанды турарға, кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрергә, ҡаты бешкән ике йомортҡаны ваҡларға, һарыһын ыуырға ла, барыһын бергә ҡушып болғатырға. Шыйыҡ май йәки ҡаймаҡ ҡушырға. Һуған менән кишерҙе майҙа быҡтырып ҡушырға мөмкин.
Балтырған ашыТауыҡ һурпаһы бешерелә. Бәрәңге, бешеп етер саҡта һуған, үҙегеҙ теләгән күләмдә балтырған турап һалығыҙ, ул ҡабарып сығыу менән үҙегеҙ баҫҡан туҡмас төшөрөгөҙ. Әгәр киптерелгән йәки һатыу туҡмасы булһа, балтырғандан алда һалына.
Табынға әсе ҡатыҡ йә ҡорот менән бирелә. “Ҡоролай” балтырған ашы кесерткәндеке кеүек бешерелә.
Балтырған бөйөрөгөКүмәстеке кеүек сөсө ҡамыр әҙерләйбеҙ. 500 г йәш балтырған япрағы, 250 г йәшел йәки башлы һуған, 100 г дөгө, 2 йомортҡа, 30 г аҡ май алабыҙ.
Балтырғанды өс-биш минут бешекләйбеҙ, турайбыҙ, ныҡ ҡурылған һуған һәм ҡаты бешереп ваҡланған йомортҡа, бешерелгән дөгө ҡушабыҙ. Ошо эслек менән бөйөрөктәр эшләп, майҙа бешерәбеҙ.
Балтырған билмәне250 г иткә 100 г балтырғанды, бер баш һуғанды ваҡ ҡына итеп турап ҡушабыҙ, өҫтөнә бер сей йомортҡа һытып болғатабыҙ. Ошо эслектән билмән яһайбыҙ.
Һурпаға йә ҡайнар һыуға һалып бешереп алғас, табынға ҡаймаҡ йәки башҡа тоҙлоҡ менән бирәбеҙ.