Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй
Сибайҙа ла катаракта сиренә операция эшләнә.

Сибай, Урал аръяғының мәҙәни үҙәге булыуҙан тыш, һаулыҡ һаҡлау буйынса ла алдынғы төбәккә әүерелә бара. Күптән һатып алынып та, ошоға тиклем файҙаланыуға тапшырылмаған факоэмульсификатор медицина ҡорамалы сафҡа индерелде. Шулай уҡ быйыл яһалма күҙ яҫмығы ҡуйыу аппараты ла ҡулланыла башланы.

Дауахананың офтальмология бүлеге мөдире Амур Моталлапов әйтеүенсә, бүлектә йылына 300-ҙән ашыу операция яһала. Бында Хәйбулла, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары, Баймаҡ, Сибай ҡалаһынан сирлеләр мөрәжәғәт итә. Ошоға тиклем иң күп таралған глаукома һәм катаракта сиренә юлығыусылар Өфөгә йәки күрше Ырымбур өлкәһенә, Магнитогорск ҡалаһына операция яһатырға йөрөһә, әле бындай медицина хеҙмәтен Сибайҙа күрһәтеү мөмкинлеге булдырылды.

Әйткәндәй, катаракта сире күпселек оло йәштәгеләр араһында йыш күҙәтелә. Яңы ҡорамалдың сафҡа индерелеүе инновациялы технологиялар ярҙамында операцияны тиҙ, сифатлы башҡарыу мөмкинлеген бирә. Факоэмульсификатор ярҙамында сиргә йөйһөҙ хирургик операция яһалһа, икенсенән, бындай ысул менән күҙ күреү һәләте тулыһынса ҡапланып бөтмәҫ элек, йәғни “томанлы” күреү осоронда, эшләргә була. Аппараттың төп өҫтөнлөгө — ҡырҡылған операция йөйө бәләкәй, ни бары ике-өс миллиметр булыуында, шунлыҡтан ул үҙ-үҙенә йәбешеп, тиҙ уңала. Был методика менән эшләүҙең төп үҙенсәлеге — операциянан һуң сирлеләр яҡшы күрә.

— Бүлеккә яңы аппарат файҙаланыуға тапшырылған көндә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хирургы Раян Хисмәтуллин хеҙмәткәрҙәре менән килде. Яңы ҡорамалды һынау маҡсатында бергәләп бер көндә туғыҙ кешегә операция яһалды. Хәҙер был эште үҙаллы дауам итәсәкбеҙ. Әгәр ҙә беҙ элегерәк катарактаға операция яһағандан һуң сирленең тома һуҡыр ҡалыу ихтималын көтһәк, бөгөн сирҙең тәүге эҙемтәләре күренеү менән эшләү мөмкинлеге бар. Был сирленең хеҙмәт урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бермә-бер арттыра. Шулай уҡ пациенттарға алыҫ араға юл сығымдарын түләп, операция эшләү өсөн йөрөргә тура килмәйәсәк. Беҙ планға ярашлы эш алып барабыҙ, күрһәткән хеҙмәт түләүһеҙ. Тик бер генә теләк: сирлеләр күҙ сыраҡтарынан яҙмайынса, һуңғы сиккә тиклем үҙ һаулыҡтарына битараф булмаһын ине. Йылына бер тапҡыр булһа ла күҙ табибына күренеү мотлаҡ, — ти тәжрибәле табип Амур Хөрмәт улы.

Бүлектә әле 15 стационар бар, көндөҙгө бүлектә 10 койка иҫәпләнә. Ошо бүлеккә оҙаҡ йылдар етәкселек иткән тәжрибәле табиптарҙың береһе Римма Афзалова ла юғары технологиялар ярҙамында операция яһауҙың яңы юлдарын юғары баһалай.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар йүнәлтеүе хуплауға лайыҡ. Ул ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла медицина ярҙамы күрһәтеүҙең юғары кимәлдә булырға тейешлеген билдәләне.

Урал аръяғы халҡын хеҙмәтләндергән Сибай ҡала дауаханаһының матди-техник базаһының нығыныуы, заманса медицина ҡорамалдарының сафҡа инеүе табиптар өсөн генә түгел, төбәк сирлеләре өсөн дә оло ҡыуаныс, сөнки уларға әллә ҡайҙа ситкә йөрөргә тура килмәй, үҙебеҙҙә дауаланыу мөмкинлеге тыуҙырыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 11

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 13

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 10

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 9

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 32

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 25

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 25

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 29

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 33

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 32

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана