Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шатлыҡ та, теләк тә уртаҡ
“Ауыл табибы” программаһы буйынса 39 белгес эшкә килгән

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына әҙерлеккә ярашлы төҙөләсәк объекттарҙың береһе район үҙәге Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан. Сменаһына 250 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиниканың сафҡа инеүен төбәк халҡы түҙемһеҙлек менән көтә.

Шатлыҡ уртаҡлашыр көндәргә лә күп ҡалма­ған. Медицина учреждениеһының баш табип урынбаҫары Зөлфиә Әхмәҙуллина әйтеүенсә, Республика көнө уңайынан поликлиниканы рәс­ми асыу сараһы планлаштырыла, тантанаға тик­лем бүлмәләрҙе тәртипкә килтереү, ҡорамал­дар менән йыһазландырыу эштәре тамамланасаҡ.

Үҙәк район дауаханаһы эргәһендәге яңы поликлиника корпусын һалыу бынан тап ике йыл элек башланған. Объекттың дөйөм смета хаҡы – 260 миллион һумдан ашыу. Финанслау мәсьә­ләһе Башҡортостандың Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” аҡсаһы иҫә­бенә хәл ителгән. Төҙөлөштөң генераль под­рядсыһы – “СУ-10” компаниялар төркөмө яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Өс ҡатлы яңы бина иҫкеһе менән икенсе ҡаттағы галерея ярҙамында тоташтырылған. Әлеге көндә айырым бинала урынлашҡан диагностика лабораторияһы, дарыухана пациент­тар­ға тағы яҡыная төшәсәк – улар ҙа яңы поликлиникаға күсә.

– Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары ла тамырынан яҡшырасаҡ, – ти поликлиниканың баш табибы Разида Ғатауллина. – Травматология бүлексәһе өсөн яңы уңайлыҡтар барлыҡҡа килеүе, лифттың булыуы, коридорҙарҙың иркенлеге пациенттарҙы ҡыуандырыр тип уйлайбыҙ. “Асыҡ мөхит” программаһы ҡуйған талаптар тормошҡа аша, коляскала хәрәкәт иткәндәргә һәр ерҙә “йәшел ут” – поликлиникаға инеү урындары бик яйлы, өҫтәмә уңайлыҡтар ҡаралған.

– Һеҙгә лә, ауырыуҙарҙы ҡабул иткән медицина хеҙмәткәрҙәренә лә мәшәҡәт артыуы бәхәсһеҙ. Яңы корпустан тыш, иҫке бинала ла эш дауам итәсәк, тиһегеҙ. Әйтеүегеҙсә, бер сменала 850-гә яҡын пациентты ҡабул итергә тура килеүе ихтимал. Кадрҙар мәсьәләһе һеҙҙә ҡырҡыу түгелме һуң? – тигән һорауға Разида Хәлил ҡыҙы былай тип яуапланы:

– Һүҙ ҙә юҡ, мөһабәт, заманса поликли­никаның сафҡа инеүе менән яңы эш урындары барлыҡҡа килеүе тәбиғи. Яҡшы эш шартта­рының йәш белгестәрҙе төбәктә төпләнеүен, ерегеүен ныҡ ярҙам итеренә ышанабыҙ. Өр-яңы ҡорамалдар, яңы мөмкинлектәр йәштәрҙең күңел торошона тап килеүенә шикләнмәйем. Әйткәндәй, беҙҙең поликлиникала күп йәш табиптар, шәфҡәт туташтары эшләй. “Ауыл табибы” программаһы аша ғына 39 табип килде.

Мине бигерәк тә корпуста маммография, яңы офтальмология кабинеттарының булдырылыуы һөйөндөрә. Йәнә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, рентгенология бүлексәһе урын аласаҡ. Хатта бына тигән конференция залы ла буласаҡ беҙҙең.

32 мең халыҡ йәшәгән район өсөн оло бүләк булған күркәм поликлиниканың ваҡытында сафҡа инеүе, оҙаҡламай ишектәрен асыу өсөн әҙерләнеүе – барыбыҙ өсөн дә шатлыҡ. Һөйөнөстәр уртаҡ булһын, илештәр!


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 2

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды 08.05.2026 // Йәмғиәт

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй....

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте...

Тотош уҡырға 2

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә 08.05.2026 // Йәмғиәт

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Байрамдарҙан һуң республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә....

Тотош уҡырға 2

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә