“Ауыл табибы” программаһы буйынса 39 белгес эшкә килгән
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына әҙерлеккә ярашлы төҙөләсәк объекттарҙың береһе район үҙәге Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан. Сменаһына 250 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиниканың сафҡа инеүен төбәк халҡы түҙемһеҙлек менән көтә.
Шатлыҡ уртаҡлашыр көндәргә лә күп ҡалмаған. Медицина учреждениеһының баш табип урынбаҫары Зөлфиә Әхмәҙуллина әйтеүенсә, Республика көнө уңайынан поликлиниканы рәсми асыу сараһы планлаштырыла, тантанаға тиклем бүлмәләрҙе тәртипкә килтереү, ҡорамалдар менән йыһазландырыу эштәре тамамланасаҡ.
Үҙәк район дауаханаһы эргәһендәге яңы поликлиника корпусын һалыу бынан тап ике йыл элек башланған. Объекттың дөйөм смета хаҡы – 260 миллион һумдан ашыу. Финанслау мәсьәләһе Башҡортостандың Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” аҡсаһы иҫәбенә хәл ителгән. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы – “СУ-10” компаниялар төркөмө яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Өс ҡатлы яңы бина иҫкеһе менән икенсе ҡаттағы галерея ярҙамында тоташтырылған. Әлеге көндә айырым бинала урынлашҡан диагностика лабораторияһы, дарыухана пациенттарға тағы яҡыная төшәсәк – улар ҙа яңы поликлиникаға күсә.
– Медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттары ла тамырынан яҡшырасаҡ, – ти поликлиниканың баш табибы Разида Ғатауллина. – Травматология бүлексәһе өсөн яңы уңайлыҡтар барлыҡҡа килеүе, лифттың булыуы, коридорҙарҙың иркенлеге пациенттарҙы ҡыуандырыр тип уйлайбыҙ. “Асыҡ мөхит” программаһы ҡуйған талаптар тормошҡа аша, коляскала хәрәкәт иткәндәргә һәр ерҙә “йәшел ут” – поликлиникаға инеү урындары бик яйлы, өҫтәмә уңайлыҡтар ҡаралған.
– Һеҙгә лә, ауырыуҙарҙы ҡабул иткән медицина хеҙмәткәрҙәренә лә мәшәҡәт артыуы бәхәсһеҙ. Яңы корпустан тыш, иҫке бинала ла эш дауам итәсәк, тиһегеҙ. Әйтеүегеҙсә, бер сменала 850-гә яҡын пациентты ҡабул итергә тура килеүе ихтимал. Кадрҙар мәсьәләһе һеҙҙә ҡырҡыу түгелме һуң? – тигән һорауға Разида Хәлил ҡыҙы былай тип яуапланы:
– Һүҙ ҙә юҡ, мөһабәт, заманса поликлиниканың сафҡа инеүе менән яңы эш урындары барлыҡҡа килеүе тәбиғи. Яҡшы эш шарттарының йәш белгестәрҙе төбәктә төпләнеүен, ерегеүен ныҡ ярҙам итеренә ышанабыҙ. Өр-яңы ҡорамалдар, яңы мөмкинлектәр йәштәрҙең күңел торошона тап килеүенә шикләнмәйем. Әйткәндәй, беҙҙең поликлиникала күп йәш табиптар, шәфҡәт туташтары эшләй. “Ауыл табибы” программаһы аша ғына 39 табип килде.
Мине бигерәк тә корпуста маммография, яңы офтальмология кабинеттарының булдырылыуы һөйөндөрә. Йәнә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, рентгенология бүлексәһе урын аласаҡ. Хатта бына тигән конференция залы ла буласаҡ беҙҙең.
32 мең халыҡ йәшәгән район өсөн оло бүләк булған күркәм поликлиниканың ваҡытында сафҡа инеүе, оҙаҡламай ишектәрен асыу өсөн әҙерләнеүе – барыбыҙ өсөн дә шатлыҡ. Һөйөнөстәр уртаҡ булһын, илештәр!