Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ашығыс ярҙам” әүҙемләшә
“Ашығыс ярҙам” әүҙемләшәСтәрлетамаҡтың 4-се балалар поликлиникаһы базаһында “Ашығыс ярҙам” ярҙамсы станцияһы асылды. Унда эшләй башлаған ун дежур бригада ҡаланың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан биҫтәләрҙе хеҙмәтләндерә.
– Быға тиклем бер станция эшләп килде. Ҡалабыҙ үҫешә, киңәйә. Бер урында ғына тупланған бригадаларға халыҡты хеҙмәт­ләндереү ауырлаша башланы. Йыраҡ ара үтеү, тығындар аша йөрөү сәбәпле “Ашығыс ярҙам” машинаһын оҙаҡ көтөргә тура килгән осраҡтарҙы ла беләбеҙ. Хәҙер иһә бындай проблема булмаҫ, – тип белдерҙе ярҙамсы станцияны асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Ысынлап та, ҡайһы бер мәлдә кеше сәләмәтлеге, ғүмере өсөн минут түгел, бер нисә секунд та мөһим, әммә ярҙамсы стан­цияның барлыҡҡа килеүе стәрлетамаҡтарға ғына әһәмиәтле түгел – хәҙер ҡаланың “Ашығыс ярҙам” бригадалары район ауылдарына ла йөрөй.
“Ашығыс ярҙам” әүҙемләшә – Киҙеү ваҡыттарында тәүлегенә хатта 600-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткәне бар. Бер генә станцияға был тиклем саҡырыу, әлбиттә, ҙур йөк ине, яңы станцияның барлыҡҡа килеүе эшебеҙҙе күпкә еңеләйтте, тимәк, уның сифатын яҡшыртты, – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты диспетчер Елена Смирнова.
Сифат тигәндән, ниндәй генә тәнҡит яңғырамаһын, Стәрлетамаҡта, ҡайһы бер ҡалалар менән сағыштырғанда, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте юғары кимәлдә эшләй. Интернеттағы фекерҙәрҙән ситкә китеп, ошо йәһәттән шәхси тәжрибәм менән бүлешке килә: бер мәл шылтыратыуҙан һуң биш минут эсендә килеп еткән бригада ишекте шаҡығас, дөрөҫөн әйткәндә, башта ышанмай ҙа торҙом. Шул ваҡыт рулдәге Николай Пятаев:
– Ҡайһы берҙә биш-алты минут эсендә барып етәбеҙ, ярҙамсы станцияның асылыуы был ваҡытты тағы ла ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк, – тине. 35 йыл “Ашығыс ярҙам” автомобилен йөрөткән водителгә ышанмау мөмкин түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528