Стәрлетамаҡтың 4-се балалар поликлиникаһы базаһында “Ашығыс ярҙам” ярҙамсы станцияһы асылды. Унда эшләй башлаған ун дежур бригада ҡаланың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан биҫтәләрҙе хеҙмәтләндерә.– Быға тиклем бер станция эшләп килде. Ҡалабыҙ үҫешә, киңәйә. Бер урында ғына тупланған бригадаларға халыҡты хеҙмәтләндереү ауырлаша башланы. Йыраҡ ара үтеү, тығындар аша йөрөү сәбәпле “Ашығыс ярҙам” машинаһын оҙаҡ көтөргә тура килгән осраҡтарҙы ла беләбеҙ. Хәҙер иһә бындай проблема булмаҫ, – тип белдерҙе ярҙамсы станцияны асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Ысынлап та, ҡайһы бер мәлдә кеше сәләмәтлеге, ғүмере өсөн минут түгел, бер нисә секунд та мөһим, әммә ярҙамсы станцияның барлыҡҡа килеүе стәрлетамаҡтарға ғына әһәмиәтле түгел – хәҙер ҡаланың “Ашығыс ярҙам” бригадалары район ауылдарына ла йөрөй.
– Киҙеү ваҡыттарында тәүлегенә хатта 600-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткәне бар. Бер генә станцияға был тиклем саҡырыу, әлбиттә, ҙур йөк ине, яңы станцияның барлыҡҡа килеүе эшебеҙҙе күпкә еңеләйтте, тимәк, уның сифатын яҡшыртты, – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты диспетчер Елена Смирнова.
Сифат тигәндән, ниндәй генә тәнҡит яңғырамаһын, Стәрлетамаҡта, ҡайһы бер ҡалалар менән сағыштырғанда, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте юғары кимәлдә эшләй. Интернеттағы фекерҙәрҙән ситкә китеп, ошо йәһәттән шәхси тәжрибәм менән бүлешке килә: бер мәл шылтыратыуҙан һуң биш минут эсендә килеп еткән бригада ишекте шаҡығас, дөрөҫөн әйткәндә, башта ышанмай ҙа торҙом. Шул ваҡыт рулдәге Николай Пятаев:
– Ҡайһы берҙә биш-алты минут эсендә барып етәбеҙ, ярҙамсы станцияның асылыуы был ваҡытты тағы ла ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк, – тине. 35 йыл “Ашығыс ярҙам” автомобилен йөрөткән водителгә ышанмау мөмкин түгел.