Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бөгөн мин уянғанмын икән...”
Үҙәктә мин “Ыңғай мөхит” төбәк йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы Дамир менән әңгәмәләштем. Ҡарап торһаң, ҡәҙимге уҙаман, әммә уны башҡаларҙан айырған үҙенсәлеге бар. Аңһыҙлығы арҡаһында үлемесле вирусты эләктергән ирҙең яҙмышы күптәрҙе уйландырырлыҡ.
“Ҡасандыр мин йәшә­йешемдән ҡәнәғәт булыу ғына түгел, хатта үҙемде донъяға мәңгелеккә килгәндәй хис итә инем. Бына тигән ҡатыным, ҡыҙым бар, дуҫтарым аҙым һайын, эшем уңышлы, тормошом ҡыҙыҡлы... Тәкәб­берлек тойғоһо ла сит булманы – үҙем­дән көсһөҙө­рәктәргә, сирлеләргә нин­дәйҙер ытыр­ғаныу менән ҡара­ғаным иҫтә, йәнәһе, мин генә шәп, ҡаршы­лыҡтар минең өсөн түгел. Ҡатыным икенсегә ауырға ҡалғас, уға хыянат иттем. Бының ни тиклем түбән, әшәке аҙым икәнлеген хәҙер аңлайым да бит... Ул ҡатын беҙҙең ғаиләгә килеп йөрөгән, күптән белгән кеше ине. Ҡыҫҡаһы, бер ни тиклем ваҡыттан һуң был ханым ВИЧ йоҡторғанын асыҡлаған. Ҡото осоп миңә хәбәр итте, анализдар тапшырҙым... Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, гонаһым өсөн иҫ киткес ҙур хаҡ түләргә тура килде – вирус минең организмда ла бар ине... Был хәлде ҡатыным­дан йәшерергә намы­ҫым етмәне. Уға әйткәс, нимә кисергәнен аңлатаһы түгел – тетрәнеүҙән, көйөнөүҙән балабыҙ ваҡы­тынан иртәрәк тыуҙы. Ғаиләбеҙ артыуын бына ошондай башҡа һыймаҫлыҡ насар яңылыҡ менән ҡаршы алдыҡ. Артабан тормош арбаһы ҡайҙа тәгәрәрен әйтеп булмай ине.
Ошо хәлдән һуң 13 йыл ваҡыт үтте. Ҡыҫ­ҡаса әйткәндә, йәшә­йеш ҡиммәттәрен тулы­һынса ҡайтанан баһаланым, донъянан ваз кискән, башымды боғалаҡҡа алып барып тығыр­ҙай минуттарым да булманы түгел, булды... Бер кемде күргем-ишеткем килмәгән осорҙо ла кисерҙем. Әммә, һынау юҡҡа ғына бирел­мәй тигән хәҡиҡәткә таянып, кире тороп баҫырға үҙемдә көс таптым. Яҡын­дарыма ҙур рәхмәт. Ҡатыным оло йөрәкле кеше булып сыҡты – ул мине ғүфү итте, яҙмыш упҡынына ташламаны. Беҙ әле лә бергәбеҙ, бала­ла­ры­быҙҙы тәрбиәләйбеҙ. Эйе, уртаҡ йәшәйешебеҙҙең үҙен­сәлектәре, аныҡ ҡағиҙәләре бар. ВИЧ көнкүрештә йоҡмағаны билдәле, унан тыш, табиптар билдәләгән дауаны ваҡытында алып торһаң, вирустың көсө тү­бән була, шуға ла яҡын­дарыма хәүеф тыуҙырмайым, тип иҫәп­ләйем.
Ошо йылдар эсендә төрлө йәмәғәтселек хәрәкәттәрендә ҡатнаштым, йәш быуынға ВИЧ тураһында мәғлүмәт биреү, наркомания, эскелек, аҙғынлыҡ ниндәй эҙемтәләргә килтереү мөмкинлектәрен аңлатыу йәһә­тенән төрлө саралар ойош­торҙом, сығыштар яһаным. Әле лә “тиң консультант” тигән тәғәйенләнешем бар. Был, үҙем дә сирле кеше булараҡ, ошо ауырыуға тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙыу, кәңәш биреү, яңы тормош ҡағиҙәләрен аңлатыу йәһәтенән тиңлекте аңлата, аралашыуҙы ябайлаштыра.
Киләсәк тураһында уйларға яратмайым. Бөгөн мин уян­ғанмын һәм йәшәйем икән – ошо үҙе үк ҙур бәхет. Матди ынтылыштар ҙа мөһим түгел, мәгәр рухи йәһәттән камил­лашырға, белемемде артты­рырға тырышам, күп уҡыйым, кешеләр менән аралашам. Үкенестәр йонсотмаймы? Йонсота ҡайһы ваҡыт. Нәфсемде тыя алмаған, аҙғын теләктәремә хужа булмаған өсөн мин иң ҡиммәтле ғәмәл – һаулығым менән түләйем һәм киләсәккә бер генә план да ҡора алмайым. Әммә был хаҡтағы уйҙарға ирек бирмәйем, юҡһа, күңел төшөн­көлөгөнә бирелеүең ихтимал. Башҡаларға кәңәшем шул – тәртипле итеп, матур тормошта йәшәгеҙ, яҡындарығыҙҙы рәнйетмәгеҙ. Ир-ат, ҡатындары­ғыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ!”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 241

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 515

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523