“Бөгөн мин уянғанмын икән...”11.04.2017
Үҙәктә мин “Ыңғай мөхит” төбәк йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы Дамир менән әңгәмәләштем. Ҡарап торһаң, ҡәҙимге уҙаман, әммә уны башҡаларҙан айырған үҙенсәлеге бар. Аңһыҙлығы арҡаһында үлемесле вирусты эләктергән ирҙең яҙмышы күптәрҙе уйландырырлыҡ.
“Ҡасандыр мин йәшәйешемдән ҡәнәғәт булыу ғына түгел, хатта үҙемде донъяға мәңгелеккә килгәндәй хис итә инем. Бына тигән ҡатыным, ҡыҙым бар, дуҫтарым аҙым һайын, эшем уңышлы, тормошом ҡыҙыҡлы... Тәкәбберлек тойғоһо ла сит булманы – үҙемдән көсһөҙөрәктәргә, сирлеләргә ниндәйҙер ытырғаныу менән ҡарағаным иҫтә, йәнәһе, мин генә шәп, ҡаршылыҡтар минең өсөн түгел. Ҡатыным икенсегә ауырға ҡалғас, уға хыянат иттем. Бының ни тиклем түбән, әшәке аҙым икәнлеген хәҙер аңлайым да бит... Ул ҡатын беҙҙең ғаиләгә килеп йөрөгән, күптән белгән кеше ине. Ҡыҫҡаһы, бер ни тиклем ваҡыттан һуң был ханым ВИЧ йоҡторғанын асыҡлаған. Ҡото осоп миңә хәбәр итте, анализдар тапшырҙым... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гонаһым өсөн иҫ киткес ҙур хаҡ түләргә тура килде – вирус минең организмда ла бар ине... Был хәлде ҡатынымдан йәшерергә намыҫым етмәне. Уға әйткәс, нимә кисергәнен аңлатаһы түгел – тетрәнеүҙән, көйөнөүҙән балабыҙ ваҡытынан иртәрәк тыуҙы. Ғаиләбеҙ артыуын бына ошондай башҡа һыймаҫлыҡ насар яңылыҡ менән ҡаршы алдыҡ. Артабан тормош арбаһы ҡайҙа тәгәрәрен әйтеп булмай ине.
Ошо хәлдән һуң 13 йыл ваҡыт үтте. Ҡыҫҡаса әйткәндә, йәшәйеш ҡиммәттәрен тулыһынса ҡайтанан баһаланым, донъянан ваз кискән, башымды боғалаҡҡа алып барып тығырҙай минуттарым да булманы түгел, булды... Бер кемде күргем-ишеткем килмәгән осорҙо ла кисерҙем. Әммә, һынау юҡҡа ғына бирелмәй тигән хәҡиҡәткә таянып, кире тороп баҫырға үҙемдә көс таптым. Яҡындарыма ҙур рәхмәт. Ҡатыным оло йөрәкле кеше булып сыҡты – ул мине ғүфү итте, яҙмыш упҡынына ташламаны. Беҙ әле лә бергәбеҙ, балаларыбыҙҙы тәрбиәләйбеҙ. Эйе, уртаҡ йәшәйешебеҙҙең үҙенсәлектәре, аныҡ ҡағиҙәләре бар. ВИЧ көнкүрештә йоҡмағаны билдәле, унан тыш, табиптар билдәләгән дауаны ваҡытында алып торһаң, вирустың көсө түбән була, шуға ла яҡындарыма хәүеф тыуҙырмайым, тип иҫәпләйем.
Ошо йылдар эсендә төрлө йәмәғәтселек хәрәкәттәрендә ҡатнаштым, йәш быуынға ВИЧ тураһында мәғлүмәт биреү, наркомания, эскелек, аҙғынлыҡ ниндәй эҙемтәләргә килтереү мөмкинлектәрен аңлатыу йәһәтенән төрлө саралар ойошторҙом, сығыштар яһаным. Әле лә “тиң консультант” тигән тәғәйенләнешем бар. Был, үҙем дә сирле кеше булараҡ, ошо ауырыуға тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙыу, кәңәш биреү, яңы тормош ҡағиҙәләрен аңлатыу йәһәтенән тиңлекте аңлата, аралашыуҙы ябайлаштыра.
Киләсәк тураһында уйларға яратмайым. Бөгөн мин уянғанмын һәм йәшәйем икән – ошо үҙе үк ҙур бәхет. Матди ынтылыштар ҙа мөһим түгел, мәгәр рухи йәһәттән камиллашырға, белемемде арттырырға тырышам, күп уҡыйым, кешеләр менән аралашам. Үкенестәр йонсотмаймы? Йонсота ҡайһы ваҡыт. Нәфсемде тыя алмаған, аҙғын теләктәремә хужа булмаған өсөн мин иң ҡиммәтле ғәмәл – һаулығым менән түләйем һәм киләсәккә бер генә план да ҡора алмайым. Әммә был хаҡтағы уйҙарға ирек бирмәйем, юҡһа, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүең ихтимал. Башҡаларға кәңәшем шул – тәртипле итеп, матур тормошта йәшәгеҙ, яҡындарығыҙҙы рәнйетмәгеҙ. Ир-ат, ҡатындарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ!”