Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөлөк менән дауалау
Һөлөк менән дауалау Башҡортостанда гирудотерапия (һөлөк менән дауалау) буйынса “Тибет” (хәҙер ‘‘Саната”) тип аталған тәүге медицина үҙәге бынан 23 йыл элек Өфөлә асылғайны. Уға хәстәрлекле эшҡыуар һәм тәжрибәле табибә Гөлшат Хәсәнова етәкселек итә.
Гөлшат Яҡуп ҡыҙы әйте­үенсә, һөлөк менән дауалау ҡан баҫымы юғары булғанда, йөрәк тамырҙары һәм нервы системаһы, бауыр ауырыу­ҙарынан, шулай уҡ шәкәр диабетынан яфалан­ған­да ярҙам итә. Ишемия инсульты һәм инфаркт кисергән осорҙа ҡулланыу айырыуса яҡшы һөҙөмтә бирә. Һөлөк пиелонефрит, вегетатив ҡан та­мыр­ҙары дистонияһы, тромбофлебит кеүек ауырыу­ҙарҙы ла дауалай, түлһеҙ­лектән яфаланған ҡатын-ҡыҙҙарға әсә булыу бәхете бүләк итә. Әммә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, ҡан баҫымы, гемоглобины түбән, тән темпера­ту­раһы юғары булған кеше­ләргә һөлөк һалдырыу ҡәтғи тыйыла. Дауаланыр алдынан табип менән кәңәш­ләшеү мотлаҡ.
– Дүртөйлө ҡалаһында тыуып үҫтем, – ти ихлас күңел­ле, сабыр холоҡло Гөлшат Яҡуп ҡыҙы. – Дүртөйлөләге 2-се урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас, Баш­ҡорт дәүләт медицина институтында белем алдым. Неврология буйынса ординатурала, Ҡы­тайҙа академияла уҡыным. Бында ике тапҡыр рефлекс терапияһын өйрәнеү буйынса белемемде камил­лаш­тыр­ҙым.
Яуаплылығы сикләнгән “Саната” йәмғиәтенең даны тирә-яҡҡа таралған. Был йылдар эсендә дауа­ланырға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән меңдәрсә кеше килгәндер. Гөлшат Яҡуп ҡыҙы һәм бындағы һәр хеҙмәткәр пациент­тарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, ихлас дауалай. Һәр көн (йәкшәм­бенән тыш) көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 8-гә ҡәҙәр эшләгән әлеге медицина үҙәгендә, халыҡты һөлөк менән дауалауҙан тыш, энә ҡаҙау (иглоукалывание), озонотерапия (кислород менән дауалау), гемосканирование (микроскоп аша ҡандың сифатын тикшереү, ул күп ауырыуҙарҙы асыҡлар­ға ярҙам итә) ысулдары ла киң ҡулланыла.
Заманса медицина йы­һаздары менән тәьмин ителгән клиникала (Революцион урамы, 163-сө йорт) даими пациенттарға, ин­валид­тарға, ветерандарға, студенттарға ҙур ташлама яһала, гарантия бирелә. Бында арзан хаҡҡа һөлөк һатып алырға ла мөмкин.
– Беҙҙең маҡсат – халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыу, ауырыу­ҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу, һауыҡ­тырыу. Бының өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ, – ти Гөлшат ханым. – “Башҡортостан” гәзите аша йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгән барлыҡ пациентта­рыбыҙға, беҙҙең менән даими хеҙмәттәшлек иткәндәргә рәхмәтемде еткергем килә.
Һөлөк кешегә өс мең йыл самаһы хеҙмәт итә. Гиппократ, Әбүғәлисина, Пирогов уны төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡул­лан­ған. Хәҙер­ге ваҡытта “тере шприцтар” менән барлыҡ шифа­ханалар­ҙа, клини­ка­ларҙа дауа­лайҙар. Һөлөктөң тәбиғәттә осра­ған йөҙҙәрсә төрөнән бер нисәһе генә медицинала ҡулланыла. Һөлөк халыҡ-ара “Ҡыҙыл китап”ҡа ла ингән.


Автор: Г. СӘЛИХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 450

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523