Башҡортостанда гирудотерапия (һөлөк менән дауалау) буйынса “Тибет” (хәҙер ‘‘Саната”) тип аталған тәүге медицина үҙәге бынан 23 йыл элек Өфөлә асылғайны. Уға хәстәрлекле эшҡыуар һәм тәжрибәле табибә Гөлшат Хәсәнова етәкселек итә.Гөлшат Яҡуп ҡыҙы әйтеүенсә, һөлөк менән дауалау ҡан баҫымы юғары булғанда, йөрәк тамырҙары һәм нервы системаһы, бауыр ауырыуҙарынан, шулай уҡ шәкәр диабетынан яфаланғанда ярҙам итә. Ишемия инсульты һәм инфаркт кисергән осорҙа ҡулланыу айырыуса яҡшы һөҙөмтә бирә. Һөлөк пиелонефрит, вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһы, тромбофлебит кеүек ауырыуҙарҙы ла дауалай, түлһеҙлектән яфаланған ҡатын-ҡыҙҙарға әсә булыу бәхете бүләк итә. Әммә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, ҡан баҫымы, гемоглобины түбән, тән температураһы юғары булған кешеләргә һөлөк һалдырыу ҡәтғи тыйыла. Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
– Дүртөйлө ҡалаһында тыуып үҫтем, – ти ихлас күңелле, сабыр холоҡло Гөлшат Яҡуп ҡыҙы. – Дүртөйлөләге 2-се урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина институтында белем алдым. Неврология буйынса ординатурала, Ҡытайҙа академияла уҡыным. Бында ике тапҡыр рефлекс терапияһын өйрәнеү буйынса белемемде камиллаштырҙым.
Яуаплылығы сикләнгән “Саната” йәмғиәтенең даны тирә-яҡҡа таралған. Был йылдар эсендә дауаланырға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән меңдәрсә кеше килгәндер. Гөлшат Яҡуп ҡыҙы һәм бындағы һәр хеҙмәткәр пациенттарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, ихлас дауалай. Һәр көн (йәкшәмбенән тыш) көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 8-гә ҡәҙәр эшләгән әлеге медицина үҙәгендә, халыҡты һөлөк менән дауалауҙан тыш, энә ҡаҙау (иглоукалывание), озонотерапия (кислород менән дауалау), гемосканирование (микроскоп аша ҡандың сифатын тикшереү, ул күп ауырыуҙарҙы асыҡларға ярҙам итә) ысулдары ла киң ҡулланыла.
Заманса медицина йыһаздары менән тәьмин ителгән клиникала (Революцион урамы, 163-сө йорт) даими пациенттарға, инвалидтарға, ветерандарға, студенттарға ҙур ташлама яһала, гарантия бирелә. Бында арзан хаҡҡа һөлөк һатып алырға ла мөмкин.
– Беҙҙең маҡсат – халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғыртыу, ауырыуҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу, һауыҡтырыу. Бының өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ, – ти Гөлшат ханым. – “Башҡортостан” гәзите аша йыраҡ араларҙы яҡын итеп килгән барлыҡ пациенттарыбыҙға, беҙҙең менән даими хеҙмәттәшлек иткәндәргә рәхмәтемде еткергем килә.
Һөлөк кешегә өс мең йыл самаһы хеҙмәт итә. Гиппократ, Әбүғәлисина, Пирогов уны төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланған. Хәҙерге ваҡытта “тере шприцтар” менән барлыҡ шифаханаларҙа, клиникаларҙа дауалайҙар. Һөлөктөң тәбиғәттә осраған йөҙҙәрсә төрөнән бер нисәһе генә медицинала ҡулланыла. Һөлөк халыҡ-ара “Ҡыҙыл китап”ҡа ла ингән.