Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яһалма ризыҡты үҙҙәре ашаһын
Яһалма ризыҡты үҙҙәре ашаһын Бөгөн һаулығын ҡайғыртмаған, был турала уйланмаған кеше бик һирәктер, һәр кем тормош йәмен белеп, бер хәсрәтһеҙ дәртләнеп донъя көтөргә, сәләмәт балалар үҫтерергә тырыша. Һаулыҡ нигеҙенең дөрөҫ туҡланыуҙа икәнен әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Бөгөн магазин кәштәләре аҙыҡ-түлектән һығылып тора, йәнең ни теләй, шуны һайлап алырға мөмкин. Тик ашаған ризығыбыҙҙың сифаты тураһында артыҡ уйланып тормайынса, сәләмәтлегебеҙгә үҙебеҙ үк әллә күпме хәүеф тыуҙырғанға иғтибар ҙа итмәйбеҙ.
Рәсәй экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән генә туҡланып, үҙен туйҙыра алырлыҡ хәлдә булһа ла, өҫтәлебеҙҙә урын алған ризыҡтың сифаты ҙур шик уята. Ә инде һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек алған химик ҡатнашмалар, консервант, канцероген, пестицид һәм ГМО-ларҙың зыяны тураһында айырым бәхәс алып барырға була. Ошо сәбәптәр арҡаһында ил етәкселәре аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында 2012 йылда уҡ ныҡлап борсола башланы. Хөкүмәт, Европа илдәре индергән санкциялар һөҙөмтәһендә был мәсьәләгә киңерәк даирәлә ҡарап, импортты алмаштырыу, төрлө сәнәғәт предприя­тиеларының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырыу буйынса дәүләт программаһы ҡабул итергә мәжбүр булды.
Шуныһы ҡыуаныслы: белореттарҙың зарарһыҙ, сифатлы аҙыҡ менән туҡланыу мөмкинлеге ҙур. Был йәһәттән лайыҡлы эш урыны менән генә түгел, урында етештерелгән сифатлы ризыҡ менән дә тәьмин иткән май-сыр комбинаты эшмәкәрлеге миҫал. Шул арҡала район халҡы үҙебеҙҙә етештерелгән һөт продукцияһы, төрлө һут, эсемлек, соус, лечо кеүек ризыҡ һатып алыу мөмкинлегенә эйә.
Былтыр көҙ Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, ҙур уңыштарға өлгәшеүе лә комбинаттың эштәренә оло баһа. 18-се тапҡыр үткән сарала Белорет май-сыр комбинаты республикала, районда ғына түгел, Силәбе өлкәһендә лә танылыу алған, тәбиғи сеймалдан ғына етештерелгән “Бояр” кеүәҫен һәм бер нисә төр томат соусын, пастаһын тәҡдим итте.
Күргәҙмәлә илдең төрлө төбәгенән 2500-ҙән ашыу етештереүсе үҙенең иң яҡшы тауарын хөкөмгә сығарғайны. Комиссия ағзалары уларҙы сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙлеге, сифаты, тәме буйынса баһаланы. Белорет продукцияһы һынауҙы яҡшы үтте, уның тәҡдим иткән ризыҡтары ике көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Бренд булып танылған “Бүздәк соусы” менән бер рәттән ҙур сараларҙа ҡатнашыу иғтибарға лайыҡ. Белоретта етештерелгән томат соусы республикала йылдан-йыл нығыраҡ танылыу яулай һәм ҙур магазин селтәрҙәре кәштәләрендә урын ала. Техник һәм санитар талаптарҙы теүәл үтәүе комбинатҡа һатып алыусыларҙың һанын арттырырға ярҙам итә. Продукцияның яҡшы сифатлы, яһалма өҫтәлмәләрһеҙ һәм тәмле булыуы уны Башҡортостандан ситтә лә таратыу мөмкинлеген бирә. Үҙебеҙҙең илдә бары тик таҙа сеймалдан ғына етештерелгән, ғилми-тикшеренеү институттары тәҡдим иткән рецепт буйынса әҙерләнгән консервантһыҙ соустарҙы Силәбе өлкәһендә лә теләп алалар. Әлеге ваҡытта продукцияны һатыу өсөн Екатеринбург ҡалаһы менән контракт төҙөлгән.
Комбинатта эшләгән технологтар ярты юлда туҡтап ҡалмай, яңынан-яңы ысулдарҙы үҙләштереү өҫтөндә. Шул арҡала тиҙҙән белореттар өсөн яңы продукция — емеш-еләк морсы һәм пюр-пак ҡабында яңы төр һөт продукты һатыуға сығарыласаҡ. Ғөмүмән, уҙған йылды Белорет май-сыр комбинатының консерва производствоһы уңышлы тамамланы. Декабрь аҙағында улар “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы һәм “Байрам”, “Йәрминкә” сауҙа селтәрҙәре ойошторған “Алтын Арба” мультимедиа проектының “Экологик яҡтан таҙа, тәбиғи продукция” номинацияһында призға лайыҡ булды.
Предприятиела үҙ эшенең оҫтаһы булған ныҡлы коллектив тупланыуы ла юғары үрҙәр яуларға, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә булышлыҡ итә. Бөгөн тырыш белореттар сираттағы Бөтә Рәсәй конкурсында һис шикһеҙ алтын миҙал яуларға тигән маҡсат менән дәртләнеп эшләй.
Ғалимдар бары тик үҙ ерендә, тыуған тәбиғәт шарттарында үҫкән ризыҡтың ғына кеше өсөн шифалы, файҙалы булыуын күптән иҫбат иткән. Тәбиғигә яҡын булған йә иһә ГМО-нан әҙерләнгән яһалма аҙыҡ-түлекте, әйҙә, сит илдекеләр яратып ашаһын, ә беҙ мотлаҡ үҙебеҙҙә етештерелгәне менән туҡланып, сәләмәт быуын тәрбиәләйек, үҙ һаулығыбыҙ хаҡында бөгөндән хәстәрлек күрәйек.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 241

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 515

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523