Бөгөн һаулығын ҡайғыртмаған, был турала уйланмаған кеше бик һирәктер, һәр кем тормош йәмен белеп, бер хәсрәтһеҙ дәртләнеп донъя көтөргә, сәләмәт балалар үҫтерергә тырыша. Һаулыҡ нигеҙенең дөрөҫ туҡланыуҙа икәнен әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Бөгөн магазин кәштәләре аҙыҡ-түлектән һығылып тора, йәнең ни теләй, шуны һайлап алырға мөмкин. Тик ашаған ризығыбыҙҙың сифаты тураһында артыҡ уйланып тормайынса, сәләмәтлегебеҙгә үҙебеҙ үк әллә күпме хәүеф тыуҙырғанға иғтибар ҙа итмәйбеҙ.Рәсәй экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән генә туҡланып, үҙен туйҙыра алырлыҡ хәлдә булһа ла, өҫтәлебеҙҙә урын алған ризыҡтың сифаты ҙур шик уята. Ә инде һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек алған химик ҡатнашмалар, консервант, канцероген, пестицид һәм ГМО-ларҙың зыяны тураһында айырым бәхәс алып барырға була. Ошо сәбәптәр арҡаһында ил етәкселәре аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында 2012 йылда уҡ ныҡлап борсола башланы. Хөкүмәт, Европа илдәре индергән санкциялар һөҙөмтәһендә был мәсьәләгә киңерәк даирәлә ҡарап, импортты алмаштырыу, төрлө сәнәғәт предприятиеларының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырыу буйынса дәүләт программаһы ҡабул итергә мәжбүр булды.
Шуныһы ҡыуаныслы: белореттарҙың зарарһыҙ, сифатлы аҙыҡ менән туҡланыу мөмкинлеге ҙур. Был йәһәттән лайыҡлы эш урыны менән генә түгел, урында етештерелгән сифатлы ризыҡ менән дә тәьмин иткән май-сыр комбинаты эшмәкәрлеге миҫал. Шул арҡала район халҡы үҙебеҙҙә етештерелгән һөт продукцияһы, төрлө һут, эсемлек, соус, лечо кеүек ризыҡ һатып алыу мөмкинлегенә эйә.
Былтыр көҙ Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, ҙур уңыштарға өлгәшеүе лә комбинаттың эштәренә оло баһа. 18-се тапҡыр үткән сарала Белорет май-сыр комбинаты республикала, районда ғына түгел, Силәбе өлкәһендә лә танылыу алған, тәбиғи сеймалдан ғына етештерелгән “Бояр” кеүәҫен һәм бер нисә төр томат соусын, пастаһын тәҡдим итте.
Күргәҙмәлә илдең төрлө төбәгенән 2500-ҙән ашыу етештереүсе үҙенең иң яҡшы тауарын хөкөмгә сығарғайны. Комиссия ағзалары уларҙы сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙлеге, сифаты, тәме буйынса баһаланы. Белорет продукцияһы һынауҙы яҡшы үтте, уның тәҡдим иткән ризыҡтары ике көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Бренд булып танылған “Бүздәк соусы” менән бер рәттән ҙур сараларҙа ҡатнашыу иғтибарға лайыҡ. Белоретта етештерелгән томат соусы республикала йылдан-йыл нығыраҡ танылыу яулай һәм ҙур магазин селтәрҙәре кәштәләрендә урын ала. Техник һәм санитар талаптарҙы теүәл үтәүе комбинатҡа һатып алыусыларҙың һанын арттырырға ярҙам итә. Продукцияның яҡшы сифатлы, яһалма өҫтәлмәләрһеҙ һәм тәмле булыуы уны Башҡортостандан ситтә лә таратыу мөмкинлеген бирә. Үҙебеҙҙең илдә бары тик таҙа сеймалдан ғына етештерелгән, ғилми-тикшеренеү институттары тәҡдим иткән рецепт буйынса әҙерләнгән консервантһыҙ соустарҙы Силәбе өлкәһендә лә теләп алалар. Әлеге ваҡытта продукцияны һатыу өсөн Екатеринбург ҡалаһы менән контракт төҙөлгән.
Комбинатта эшләгән технологтар ярты юлда туҡтап ҡалмай, яңынан-яңы ысулдарҙы үҙләштереү өҫтөндә. Шул арҡала тиҙҙән белореттар өсөн яңы продукция — емеш-еләк морсы һәм пюр-пак ҡабында яңы төр һөт продукты һатыуға сығарыласаҡ. Ғөмүмән, уҙған йылды Белорет май-сыр комбинатының консерва производствоһы уңышлы тамамланы. Декабрь аҙағында улар “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы һәм “Байрам”, “Йәрминкә” сауҙа селтәрҙәре ойошторған “Алтын Арба” мультимедиа проектының “Экологик яҡтан таҙа, тәбиғи продукция” номинацияһында призға лайыҡ булды.
Предприятиела үҙ эшенең оҫтаһы булған ныҡлы коллектив тупланыуы ла юғары үрҙәр яуларға, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә булышлыҡ итә. Бөгөн тырыш белореттар сираттағы Бөтә Рәсәй конкурсында һис шикһеҙ алтын миҙал яуларға тигән маҡсат менән дәртләнеп эшләй.
Ғалимдар бары тик үҙ ерендә, тыуған тәбиғәт шарттарында үҫкән ризыҡтың ғына кеше өсөн шифалы, файҙалы булыуын күптән иҫбат иткән. Тәбиғигә яҡын булған йә иһә ГМО-нан әҙерләнгән яһалма аҙыҡ-түлекте, әйҙә, сит илдекеләр яратып ашаһын, ә беҙ мотлаҡ үҙебеҙҙә етештерелгәне менән туҡланып, сәләмәт быуын тәрбиәләйек, үҙ һаулығыбыҙ хаҡында бөгөндән хәстәрлек күрәйек.