Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәбеҫтә һурпаһы менән йыраҡ китмәҫһең...
Итһеҙ аш-һыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙме? Юҡ, әлбиттә. Шулай ҙа был ризыҡ төрөнән бөтөнләй баш тар­тыр­ға өндәгәндәр әленән-әле табылып тора.
Статистика мәғлүмәттәренә таянғанда, Рә­сәй­ҙә былтыр бер кешегә 70 – 73 килограмм (бер нисә сығанаҡ күрһәткестәренән сығып һүҙ йөрөтөлә) ит тура килгән. Әйткәндәй, был һан, унан алдағы йылдар менән сағыштырғанда, биш килограмға түбәнәйгән булған. Сикләүҙәр, халыҡтың килеме кәмеүенә генә бәйле түгел был, “Африка тағуны” ҡурҡынысы янауынан сусҡа ите аҙ индерелгән.

Әлбиттә, ит менән туҡланыусылар ара­һын­да беҙҙең ил үрге баҫҡыста ла түгел, артта һөй­рәлеүселәр рәтенә лә инмәй. Австралия менән АҠШ халҡы иң күп ит ашай – аҙнаһына 2,3 килограмм, уларҙан Бразилия, Аргентина һәм Канада саҡ ҡына ҡалыша – 2-1,8 килограмм. Ә бына Һиндостанда йәшә­гәндәр иҫә­бенә аҙнаһына ни бары 100-әр грамм ит тура килә.
Әйткәндәй, унан баш тартҡас, иген-йә­шел­сәне күберәк үҫтерергә тура киләсәк. Вегетариан булырға тәҡдим итеүселәр был хәлдән еңел генә сыҡмаҡсы – йәнәһе, мал аҙығына тәғәйенләнгән яландарҙа хәҙер кеше өсөн йәшелсә үҫтерергә була бит. Тик картуф ул саҡта барыбер ҙә сүп урынына әрһеҙләнеп тамыр йәймәҫ шул.
Ҡаҙылыҡ, итле билмән һымаҡ тәмле ризыҡ­тарҙан баш тартыуға килгәндә, был идея менән янғандар, ит ашау кеше организмына файҙалы тигән фекер – хата, тип ныҡыша. Йәнәһе, кеше был фекерҙе уйлап сығарып, үҙенә көсләп таҡҡан. Уның ҡарауы, ит ашамаған һәм был ризыҡты үҙ иткән кешеләрҙе тикшергәндән һуң шул асыҡ­лан­ған: гел йәшелсә менән генә туҡланған ке­шелә В12 витамины етешмәй икән. Был ви­таминдың ҡанды файҙалы матдәләр менән тәьмин итеүен, психик торошто яҡшыр­тыуҙа ҡатнашыуын яҡшы беләбеҙ. Тимәк, ит һау­лыҡ өсөн бик кәрәк. Уның составында күп башҡа витаминдарҙың да барлығын инҡар итеп булмай.
Билдәле, итте организм ауыр ҡабул итә. Бигерәк тә, сусҡа, һыйыр итен үҙләштерер өсөн ашҡаҙан күп көс түгә. Холестерин да иҫкә төшә ошо урында. Әлбиттә, зарарлы матдәләре юҡ кимәлдә булған балыҡ итен ашап йәшәргә мөмкин. Тик бының өсөн беҙҙең кеҫә лә, ҡырыҫ шарттар ҙа юл ҡуймай. Шуға ҡаҙ ботон кимерә-кимерә балыҡ ашап оҙаҡ йәшәгән япондарға һоҡланырға ғына ҡала.
Эйе, беҙ – борон-борондан ит ашап өйрәнгән халыҡ. Тик бөгөн ит етештереүҙең үҙҡиммәте артҡандан-арта барғанын да оноторға ярамайҙыр. Быны аграрийҙар яғыулыҡтың һәм запас частарҙың ҡиммәтләнеүенә бәйләй. Үткән йәй осратҡан бер фермер әфәнденең миңә раҫлап күрһәткән дәлиле иҫкә төшә.
– Техникаң булмаһа, бер баш һыйыр малы аҫрау өсөн бесәнде әҙерләүгә ҡарағанда һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә, – тип аптыратҡайны ул. – Ҡайһы берҙә бесәнде түгел, итте лә һатып алыу отошлораҡ.
Бәлки, был дәлил менән иҡтисадсылар бә­хәс­ләшер ҙә. Һәр хәлдә, хәҙер химия ярҙа­мын­да үҫтерелгән “Буш боттары”на ҡарағанда файҙалы матдәләре күберәк булған сифатлы ит менән туҡланыу – муллыҡта йәшәү күрһәткесе.
Тикшеренеүҙәрҙән, һандарҙан ябай тор­мошҡа әйләнеп ҡайтҡанда, атай мәрхүмдең бер һүҙе иҫкә төшә:
– Улым, кәбеҫтә һыуы менән йыраҡ китә ал­маҫһың, итен аша, – тип әйтә торғайны ул, борщ­тағы ит киҫәктәренә ҡарап танау йыйырып ултырған мәлдәремдә. Ысынлап та, ниндәй генә фекер йөрөмәһен, әлегә итһеҙ тормошто күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Бер аҙна түгел, бер көн ит ашамаһаҡ та, хәлебеҙ бөтә лә ҡуя түгелме? Һыуыҡҡа бирешмәүебеҙ ҙә туҡла­ныуға бәйле: ит ашаныңмы – өшөттөрмәй, йә­шел­сә менән генә хушһындыңмы – дер ҡал­ты­рағаныңды көт тә тор. Быныһы инде бер нин­дәй ҙә тәжрибә лә, фараз да түгел, ә тормош хәҡиҡәте...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 241

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 515

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523