Кәбеҫтә һурпаһы менән йыраҡ китмәҫһең...21.02.2017
Итһеҙ аш-һыуҙы күҙ алдына килтерәһегеҙме? Юҡ, әлбиттә. Шулай ҙа был ризыҡ төрөнән бөтөнләй баш тартырға өндәгәндәр әленән-әле табылып тора.
Статистика мәғлүмәттәренә таянғанда, Рәсәйҙә былтыр бер кешегә 70 – 73 килограмм (бер нисә сығанаҡ күрһәткестәренән сығып һүҙ йөрөтөлә) ит тура килгән. Әйткәндәй, был һан, унан алдағы йылдар менән сағыштырғанда, биш килограмға түбәнәйгән булған. Сикләүҙәр, халыҡтың килеме кәмеүенә генә бәйле түгел был, “Африка тағуны” ҡурҡынысы янауынан сусҡа ите аҙ индерелгән.
Әлбиттә, ит менән туҡланыусылар араһында беҙҙең ил үрге баҫҡыста ла түгел, артта һөйрәлеүселәр рәтенә лә инмәй. Австралия менән АҠШ халҡы иң күп ит ашай – аҙнаһына 2,3 килограмм, уларҙан Бразилия, Аргентина һәм Канада саҡ ҡына ҡалыша – 2-1,8 килограмм. Ә бына Һиндостанда йәшәгәндәр иҫәбенә аҙнаһына ни бары 100-әр грамм ит тура килә.
Әйткәндәй, унан баш тартҡас, иген-йәшелсәне күберәк үҫтерергә тура киләсәк. Вегетариан булырға тәҡдим итеүселәр был хәлдән еңел генә сыҡмаҡсы – йәнәһе, мал аҙығына тәғәйенләнгән яландарҙа хәҙер кеше өсөн йәшелсә үҫтерергә була бит. Тик картуф ул саҡта барыбер ҙә сүп урынына әрһеҙләнеп тамыр йәймәҫ шул.
Ҡаҙылыҡ, итле билмән һымаҡ тәмле ризыҡтарҙан баш тартыуға килгәндә, был идея менән янғандар, ит ашау кеше организмына файҙалы тигән фекер – хата, тип ныҡыша. Йәнәһе, кеше был фекерҙе уйлап сығарып, үҙенә көсләп таҡҡан. Уның ҡарауы, ит ашамаған һәм был ризыҡты үҙ иткән кешеләрҙе тикшергәндән һуң шул асыҡланған: гел йәшелсә менән генә туҡланған кешелә В12 витамины етешмәй икән. Был витаминдың ҡанды файҙалы матдәләр менән тәьмин итеүен, психик торошто яҡшыртыуҙа ҡатнашыуын яҡшы беләбеҙ. Тимәк, ит һаулыҡ өсөн бик кәрәк. Уның составында күп башҡа витаминдарҙың да барлығын инҡар итеп булмай.
Билдәле, итте организм ауыр ҡабул итә. Бигерәк тә, сусҡа, һыйыр итен үҙләштерер өсөн ашҡаҙан күп көс түгә. Холестерин да иҫкә төшә ошо урында. Әлбиттә, зарарлы матдәләре юҡ кимәлдә булған балыҡ итен ашап йәшәргә мөмкин. Тик бының өсөн беҙҙең кеҫә лә, ҡырыҫ шарттар ҙа юл ҡуймай. Шуға ҡаҙ ботон кимерә-кимерә балыҡ ашап оҙаҡ йәшәгән япондарға һоҡланырға ғына ҡала.
Эйе, беҙ – борон-борондан ит ашап өйрәнгән халыҡ. Тик бөгөн ит етештереүҙең үҙҡиммәте артҡандан-арта барғанын да оноторға ярамайҙыр. Быны аграрийҙар яғыулыҡтың һәм запас частарҙың ҡиммәтләнеүенә бәйләй. Үткән йәй осратҡан бер фермер әфәнденең миңә раҫлап күрһәткән дәлиле иҫкә төшә.
– Техникаң булмаһа, бер баш һыйыр малы аҫрау өсөн бесәнде әҙерләүгә ҡарағанда һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә, – тип аптыратҡайны ул. – Ҡайһы берҙә бесәнде түгел, итте лә һатып алыу отошлораҡ.
Бәлки, был дәлил менән иҡтисадсылар бәхәсләшер ҙә. Һәр хәлдә, хәҙер химия ярҙамында үҫтерелгән “Буш боттары”на ҡарағанда файҙалы матдәләре күберәк булған сифатлы ит менән туҡланыу – муллыҡта йәшәү күрһәткесе.
Тикшеренеүҙәрҙән, һандарҙан ябай тормошҡа әйләнеп ҡайтҡанда, атай мәрхүмдең бер һүҙе иҫкә төшә:
– Улым, кәбеҫтә һыуы менән йыраҡ китә алмаҫһың, итен аша, – тип әйтә торғайны ул, борщтағы ит киҫәктәренә ҡарап танау йыйырып ултырған мәлдәремдә. Ысынлап та, ниндәй генә фекер йөрөмәһен, әлегә итһеҙ тормошто күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Бер аҙна түгел, бер көн ит ашамаһаҡ та, хәлебеҙ бөтә лә ҡуя түгелме? Һыуыҡҡа бирешмәүебеҙ ҙә туҡланыуға бәйле: ит ашаныңмы – өшөттөрмәй, йәшелсә менән генә хушһындыңмы – дер ҡалтырағаныңды көт тә тор. Быныһы инде бер ниндәй ҙә тәжрибә лә, фараз да түгел, ә тормош хәҡиҡәте...