Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел табибына мөрәжәғәт итеүҙән тартынма
Күңел табибына мөрәжәғәт итеүҙән тартынма Табиптарға кеше ауырыған-һыҙланған ваҡыттарҙа барған кеүек, психологтарға ла әҙәм балаһы күңеле тыныс, донъяһы бөтөн мәлдә мөрәжәғәт итмәй. Әммә уның тормош картинаһын хасил иткән бер генә пазл элементы юғалған йә иһә боҙолған ваҡытта, кешенең күңеле урынынан ҡуҙғала, был уның үҙен үҙе тотошонда, башҡа кешеләр менән мөнәсәбәтендә сағылыш таба.

Мәлендә хәл ителмәгән проблема өҫтөнә икенсеһе өҫтәлә, ҡатмарлы хәл тағы ла ауырая төшә, кеше был проблемалар йомғағын нисек һәм ҡайһы еренән һүтә башларға белмәй аҙаплана. Ошондай сетерекле саҡтарҙа күңел табиптары – психологтар ярҙамға килә лә инде.
Психологик ярҙам ул:
— Күңелде өйкәп торған, атай-әсәйеңә, тормош иптәшеңә, туғанда­рыңа ла һөйләй алмаған серҙәреңде, уй-хистәреңде асып һалыу, мине аңламаҫтар тип ҡурҡып, оялып тормайынса асыҡтан-асыҡ һөйләп биреү, аңлау табыу. Күп кенә осраҡта шундай хәл күҙәтелә: кеше проблемаһын үҙ эсенә йомоп, берәүгә лә һөйләргә теләмәй, башҡаларҙың уны дөрөҫ аңлауына ышанысы юҡ. Ә психологка килеп, күңелен бушатҡан мәлдә үк, ул проблемаһының шул тиклем ауыр, йырып сыҡҡыһыҙ түгеллеген аңлай, хатта уны хәл итер юлдарын да үҙе тоҫмаллай башлай.
— Проблемаға, хәл-ваҡиғаға ситтән айыҡ ҡараш. Проблемаға күмелеп ултырған кеше үҙен үҙе үк ябыҡ түңәрәк эсенә индереп бикләй ҙә унан сығыу юлын таба алмай яфалана. Психолог менән бергә килеп тыуған хәл-ваҡиғаға ситтән, икенсе күҙлектән ҡарап, офоҡтарҙы киңәйтеп, был проблеманы хәл итеүҙең бер генә түгел, ә бер нисә юлын да табырға була.
— Шәхес булараҡ үҫеш. Фридрих Ницше һүҙҙәре менән әйткәндә, беҙҙе үлтермәгән нәмә беҙҙе көслөрәк яһай. Тормош ҡуйған һынауҙарҙы үтеп, алдыбыҙға килеп баҫҡан проблема­ларҙы, мәсьәләләрҙе хәл итеп, үҙебеҙҙең нимәгә торошло икәнебеҙҙе аңлайбыҙ, көсөбөҙгә ҡарата ышанысты нығытып, баһабыҙҙы арттырабыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йәм­ғиәттә психологтарға ышанмай ҡарау, уларға тик психик яҡтан сирле кешеләр генә мөрәжәғәт итә тигән хата фекер йәшәп килә. Психолог ул психиатр түгел. Психологка һау-сәләмәт, әммә тормош юлдарын үткәндә ҡайһы бер мәлдәрҙә баҙап, албырғап ҡалған, был хәл-ваҡиғанан сығыу юлын үҙаллы таба алмағандар килә. Уға мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡырға йә оялырға кәрәкмәй.
Беҙҙең ғаиләгә, балаларға, йәш­тәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге бына инде 20 йыл уңышлы эшләп килә. Бында үҙ һөнәрен яратҡан, кеше күңеленә асҡыс таба белгән тәжрибәле белгестәр эшләй. Үҙәктең адресы: Өфө ҡалаһы, Пархоменко урамы, 133/1. 8 (347) 276-56-12 телефоны аша психологка яҙылыр­ға мөмкин.
Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында психолог менән күҙмә-күҙ осраша алмайһығыҙ икән, һеҙҙең ҡарамаҡта тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ышаныс телефоны бар. 8-800-7000-183 һандары буйынса шылтыратыуҙар бушлай ҡабул ителә. Һәр кем кисек­тергеһеҙ психологик ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
Психолог ярҙамына мохтаж саҡтарығыҙ булһа, белгестәргә мөрә­жә­ғәт итеүҙән, ышаныс телефонына шылтыратыуҙан тартынмағыҙ. Күңел тыныслығы насип итһен һеҙгә.

Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528