Табиптарға кеше ауырыған-һыҙланған ваҡыттарҙа барған кеүек, психологтарға ла әҙәм балаһы күңеле тыныс, донъяһы бөтөн мәлдә мөрәжәғәт итмәй. Әммә уның тормош картинаһын хасил иткән бер генә пазл элементы юғалған йә иһә боҙолған ваҡытта, кешенең күңеле урынынан ҡуҙғала, был уның үҙен үҙе тотошонда, башҡа кешеләр менән мөнәсәбәтендә сағылыш таба.
Мәлендә хәл ителмәгән проблема өҫтөнә икенсеһе өҫтәлә, ҡатмарлы хәл тағы ла ауырая төшә, кеше был проблемалар йомғағын нисек һәм ҡайһы еренән һүтә башларға белмәй аҙаплана. Ошондай сетерекле саҡтарҙа күңел табиптары – психологтар ярҙамға килә лә инде.
Психологик ярҙам ул:
— Күңелде өйкәп торған, атай-әсәйеңә, тормош иптәшеңә, туғандарыңа ла һөйләй алмаған серҙәреңде, уй-хистәреңде асып һалыу, мине аңламаҫтар тип ҡурҡып, оялып тормайынса асыҡтан-асыҡ һөйләп биреү, аңлау табыу. Күп кенә осраҡта шундай хәл күҙәтелә: кеше проблемаһын үҙ эсенә йомоп, берәүгә лә һөйләргә теләмәй, башҡаларҙың уны дөрөҫ аңлауына ышанысы юҡ. Ә психологка килеп, күңелен бушатҡан мәлдә үк, ул проблемаһының шул тиклем ауыр, йырып сыҡҡыһыҙ түгеллеген аңлай, хатта уны хәл итер юлдарын да үҙе тоҫмаллай башлай.
— Проблемаға, хәл-ваҡиғаға ситтән айыҡ ҡараш. Проблемаға күмелеп ултырған кеше үҙен үҙе үк ябыҡ түңәрәк эсенә индереп бикләй ҙә унан сығыу юлын таба алмай яфалана. Психолог менән бергә килеп тыуған хәл-ваҡиғаға ситтән, икенсе күҙлектән ҡарап, офоҡтарҙы киңәйтеп, был проблеманы хәл итеүҙең бер генә түгел, ә бер нисә юлын да табырға була.
— Шәхес булараҡ үҫеш. Фридрих Ницше һүҙҙәре менән әйткәндә, беҙҙе үлтермәгән нәмә беҙҙе көслөрәк яһай. Тормош ҡуйған һынауҙарҙы үтеп, алдыбыҙға килеп баҫҡан проблемаларҙы, мәсьәләләрҙе хәл итеп, үҙебеҙҙең нимәгә торошло икәнебеҙҙе аңлайбыҙ, көсөбөҙгә ҡарата ышанысты нығытып, баһабыҙҙы арттырабыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йәмғиәттә психологтарға ышанмай ҡарау, уларға тик психик яҡтан сирле кешеләр генә мөрәжәғәт итә тигән хата фекер йәшәп килә. Психолог ул психиатр түгел. Психологка һау-сәләмәт, әммә тормош юлдарын үткәндә ҡайһы бер мәлдәрҙә баҙап, албырғап ҡалған, был хәл-ваҡиғанан сығыу юлын үҙаллы таба алмағандар килә. Уға мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡырға йә оялырға кәрәкмәй.
Беҙҙең ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү республика үҙәге бына инде 20 йыл уңышлы эшләп килә. Бында үҙ һөнәрен яратҡан, кеше күңеленә асҡыс таба белгән тәжрибәле белгестәр эшләй. Үҙәктең адресы: Өфө ҡалаһы, Пархоменко урамы, 133/1. 8 (347) 276-56-12 телефоны аша психологка яҙылырға мөмкин.
Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында психолог менән күҙмә-күҙ осраша алмайһығыҙ икән, һеҙҙең ҡарамаҡта тәүлек әйләнәһенә эшләүсе ышаныс телефоны бар. 8-800-7000-183 һандары буйынса шылтыратыуҙар бушлай ҡабул ителә. Һәр кем кисектергеһеҙ психологик ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
Психолог ярҙамына мохтаж саҡтарығыҙ булһа, белгестәргә мөрәжәғәт итеүҙән, ышаныс телефонына шылтыратыуҙан тартынмағыҙ. Күңел тыныслығы насип итһен һеҙгә.
Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.