Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рене Зелвегер 130 йәшкә етергә өмөтләнә
Гены үҙгәртелгән продукттарҙы “мутант” тип тә атайҙар. Фәнни асыштарҙың береһе лә уның кеүек донъяны ике лагерға бүлеп, ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырғаны булмағандыр. АҠШ, Канада, Аргентина миллионлаған гектар майҙанда ГМО-лы орлоҡтар сәсеүҙе һәм унан етештерелгән аҙыҡ-түлекте ашауын дауам итә. Европа илдәренең ҡайһы берҙәре һәм Рәсәй иһә был мәсьәләгә һағайып ҡарай.

Ғалимдар араһында ГМО-ны яҡлап сыҡҡандар ҙа, был продукцияны ашауҙан баш тартырға саҡырғандар ҙа бихисап. Улар хайуандарҙың гендарын үҙгәртеп, тәжрибә үткәреүен дауам итә.
Мәҫәлән, Бельгияла мускулатураһы үҫешкән һыйыр тоҡомо сығарҙылар. Имә­нес хайуан тиҙ үҫә һәм ярайһы уҡ ауыр. Ә ҡытайҙар һыйырҙарға кеше генын индереп, хәҙер 300 баштан торған көтөү менән маҡтана. Уларҙың һөтө составы буйынса ҡатын-ҡыҙҙыҡынан айырылмай тиерлек. Аллергиялы бала­ларға тәғәйенләнгән. Шулай ҙа был һыйыр то­ҡо­моноң 90 проценты йәшәүгә һәләтһеҙ. АҠШ-та биоинженерҙар ҡый­батлы ба­лыҡтарҙың гендарын үҙгәртеү­гә өлгәш­кән. Улар ябай ҡәрҙәштәренән ике тап­ҡырға тиҙерәк үҫә. Канадала сус­ҡаның генына кәбеҫтәнекен ҡушҡандар. Уның итен вегетарианецтарға ла ашарға мөмкин тип баралар. Рәсәйҙең бер белгесе оҙаҡ йылдар сит илдә ГМО тәжри­бәләре үткәргәндән һуң ҡот осмалы мәғлүмәттәр һөйләй: “Сит ген инде­релгән хайуандар ауырыу була. Улар үрсеү һәләтен юғалта. Аталан­дырылғандарынан алынған тоҡомдоң 90 проценты йәшәүгә яраҡһыҙ”.
ГМО-нан һаҡланып буламы? Тырышҡанда мөмкин, әммә ДНК фрагменттары менән эш иткәнде онотмайыҡ. Улар тән күҙәнәктәренә үтеп инеү һәләтенә эйә. Шуға ла тәү сиратта ГМО-һыҙ аҙыҡ-түлек ашауға күсергә кәрәк. Теге йәки был аҙыҡта ГМО бармы-юҡмы икәнен нисек асыҡларға, тиерһегеҙме? Әлбиттә, иң ышаныслыһы — махсус лабораторияларға мөрәжәғәт итеү. Әммә һатып алыусыларҙың һирәге генә был аҙымға барыр тип уйлайым.
1. ГМО менән мауығыусы илдәрҙән аҙыҡ-түлек һәм орлоҡтар һатып алма­ғыҙ.
2. Диета тоторға кәрәк. Аҙыҡты әҙләп һәм яҡшылап сәйнәп ашағыҙ.
3. Туҡланыу продукттарын ентекләп һайлап алығыҙ.
Ҡайһы бер ғалимдар халыҡты тыныс­ландырып маташа. Генлы инженерия селекциянан әллә ни айырылмай, ти улар. Төрлө культураларҙы моди­фика­ция­лап, уңыштың сифатын арттырыу мөмкинлеге ҙур, шуның менән файҙа­ланырға саҡыралар. Мәҫәлән, емеш-еләк эрерәк, аллергендарһыҙ буласаҡ һәм оҙаҡ һаҡланасаҡ. Бынан тыш, һауа шарттарына яраҡлаштырылып, гендары үҙгәртелгән культураларҙы сәсеү мөмкинлеге ылыҡтыра уларҙы. Был бит етештереүселәр һәм ҡулланыусылар өсөн файҙаға ғына буласаҡ, йәнәһе.
Генлы инженерия менән шөғөлләнгән ғалимдарҙың төп бурысы – ҡорот­ҡос­тарға ҡаршы тора алған культуралар уйлап сығарыу. Хыял тормошҡа аш­ҡанда, яландар төрлө пестицидтар ме­нән эшкәртелмәйәсәк. Был — экология өсөн дә ҙур файҙа. Генлы инжене­рияның ыңғай миҫалы итеп дөгөнөң орлоғон яҡшыртыуҙы килтерергә мөм­кин. Унда витаминдар аҙ. Башлыса дөгө менән туҡланған илдәрҙә халыҡтың һаулығы тап ошо сәбәп арҡаһында шәптән түгел. Шуға ла белгестәр дөгө генына көнбағыштыҡын ҡушып, яңы төр уйлап тапҡан. “Алтын дөгө” тип атала ул. Көнбағышта каротин күп. Тап шуның арҡаһында әлеге дөгө майлыраҡ та, туҡлыҡлыраҡ та икән...
Күптән түгел матбуғатта АҠШ-тың кино “йондоҙо” Рене Зелвегерҙың таны­ғыһыҙ булып үҙгәреүе тураһында яҙып сыҡтылар. Тәүҙә актриса был мәсьәләгә бер ниндәй ҙә аныҡлыҡ индермәй ине. Яңыраҡ иһә, үҙгәреү өсөн пластик хирург өҫтәленә ятманым, ә ГМО ярҙа­мында йәшәрҙем, тип белдерҙе. Рене Зелвегер үҙенсәлекле тәжрибәгә риза булған һәм әлегә тик ыңғай үҙгәрештәр генә һиҙә. Гендарҙы үҙгәртеү уколдары ярҙамында ул 130 йәшкә тиклем йәшәр­гә өмөтләнә. Киләсәктә был тәжрибәнең ғәҙәти процедураға әйләнеүе һәм пластик хирургияны ҡыҫырыҡлап сығарыуы ихтимал, имеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523