Рене Зелвегер 130 йәшкә етергә өмөтләнә17.11.2015
Гены үҙгәртелгән продукттарҙы “мутант” тип тә атайҙар. Фәнни асыштарҙың береһе лә уның кеүек донъяны ике лагерға бүлеп, ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырғаны булмағандыр. АҠШ, Канада, Аргентина миллионлаған гектар майҙанда ГМО-лы орлоҡтар сәсеүҙе һәм унан етештерелгән аҙыҡ-түлекте ашауын дауам итә. Европа илдәренең ҡайһы берҙәре һәм Рәсәй иһә был мәсьәләгә һағайып ҡарай.
Ғалимдар араһында ГМО-ны яҡлап сыҡҡандар ҙа, был продукцияны ашауҙан баш тартырға саҡырғандар ҙа бихисап. Улар хайуандарҙың гендарын үҙгәртеп, тәжрибә үткәреүен дауам итә.
Мәҫәлән, Бельгияла мускулатураһы үҫешкән һыйыр тоҡомо сығарҙылар. Имәнес хайуан тиҙ үҫә һәм ярайһы уҡ ауыр. Ә ҡытайҙар һыйырҙарға кеше генын индереп, хәҙер 300 баштан торған көтөү менән маҡтана. Уларҙың һөтө составы буйынса ҡатын-ҡыҙҙыҡынан айырылмай тиерлек. Аллергиялы балаларға тәғәйенләнгән. Шулай ҙа был һыйыр тоҡомоноң 90 проценты йәшәүгә һәләтһеҙ. АҠШ-та биоинженерҙар ҡыйбатлы балыҡтарҙың гендарын үҙгәртеүгә өлгәшкән. Улар ябай ҡәрҙәштәренән ике тапҡырға тиҙерәк үҫә. Канадала сусҡаның генына кәбеҫтәнекен ҡушҡандар. Уның итен вегетарианецтарға ла ашарға мөмкин тип баралар. Рәсәйҙең бер белгесе оҙаҡ йылдар сит илдә ГМО тәжрибәләре үткәргәндән һуң ҡот осмалы мәғлүмәттәр һөйләй: “Сит ген индерелгән хайуандар ауырыу була. Улар үрсеү һәләтен юғалта. Аталандырылғандарынан алынған тоҡомдоң 90 проценты йәшәүгә яраҡһыҙ”.
ГМО-нан һаҡланып буламы? Тырышҡанда мөмкин, әммә ДНК фрагменттары менән эш иткәнде онотмайыҡ. Улар тән күҙәнәктәренә үтеп инеү һәләтенә эйә. Шуға ла тәү сиратта ГМО-һыҙ аҙыҡ-түлек ашауға күсергә кәрәк. Теге йәки был аҙыҡта ГМО бармы-юҡмы икәнен нисек асыҡларға, тиерһегеҙме? Әлбиттә, иң ышаныслыһы — махсус лабораторияларға мөрәжәғәт итеү. Әммә һатып алыусыларҙың һирәге генә был аҙымға барыр тип уйлайым.
1. ГМО менән мауығыусы илдәрҙән аҙыҡ-түлек һәм орлоҡтар һатып алмағыҙ.
2. Диета тоторға кәрәк. Аҙыҡты әҙләп һәм яҡшылап сәйнәп ашағыҙ.
3. Туҡланыу продукттарын ентекләп һайлап алығыҙ.
Ҡайһы бер ғалимдар халыҡты тынысландырып маташа. Генлы инженерия селекциянан әллә ни айырылмай, ти улар. Төрлө культураларҙы модификациялап, уңыштың сифатын арттырыу мөмкинлеге ҙур, шуның менән файҙаланырға саҡыралар. Мәҫәлән, емеш-еләк эрерәк, аллергендарһыҙ буласаҡ һәм оҙаҡ һаҡланасаҡ. Бынан тыш, һауа шарттарына яраҡлаштырылып, гендары үҙгәртелгән культураларҙы сәсеү мөмкинлеге ылыҡтыра уларҙы. Был бит етештереүселәр һәм ҡулланыусылар өсөн файҙаға ғына буласаҡ, йәнәһе.
Генлы инженерия менән шөғөлләнгән ғалимдарҙың төп бурысы – ҡоротҡостарға ҡаршы тора алған культуралар уйлап сығарыу. Хыял тормошҡа ашҡанда, яландар төрлө пестицидтар менән эшкәртелмәйәсәк. Был — экология өсөн дә ҙур файҙа. Генлы инженерияның ыңғай миҫалы итеп дөгөнөң орлоғон яҡшыртыуҙы килтерергә мөмкин. Унда витаминдар аҙ. Башлыса дөгө менән туҡланған илдәрҙә халыҡтың һаулығы тап ошо сәбәп арҡаһында шәптән түгел. Шуға ла белгестәр дөгө генына көнбағыштыҡын ҡушып, яңы төр уйлап тапҡан. “Алтын дөгө” тип атала ул. Көнбағышта каротин күп. Тап шуның арҡаһында әлеге дөгө майлыраҡ та, туҡлыҡлыраҡ та икән...
Күптән түгел матбуғатта АҠШ-тың кино “йондоҙо” Рене Зелвегерҙың танығыһыҙ булып үҙгәреүе тураһында яҙып сыҡтылар. Тәүҙә актриса был мәсьәләгә бер ниндәй ҙә аныҡлыҡ индермәй ине. Яңыраҡ иһә, үҙгәреү өсөн пластик хирург өҫтәленә ятманым, ә ГМО ярҙамында йәшәрҙем, тип белдерҙе. Рене Зелвегер үҙенсәлекле тәжрибәгә риза булған һәм әлегә тик ыңғай үҙгәрештәр генә һиҙә. Гендарҙы үҙгәртеү уколдары ярҙамында ул 130 йәшкә тиклем йәшәргә өмөтләнә. Киләсәктә был тәжрибәнең ғәҙәти процедураға әйләнеүе һәм пластик хирургияны ҡыҫырыҡлап сығарыуы ихтимал, имеш.