Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телевизор дуҫмы, әллә дошманмы?
Телевизор дуҫмы, әллә дошманмы?
Баштан уҡ аныҡ билдәләйек: телевидение – бер һүҙһеҙ, ыңғай күренеш. Кеше экран алдында ял итә, яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар була, аң даирәһен киңәйтә...


Ниндәйҙер тапшырыу оҡшамай икән, бер кем дә ҡарарға мәжбүр итмәй бит, икенсе каналға күсер ҙә ҡуй. Исмаһам, был тәңгәлдә тулы иреккә эйә булдыҡ. Тик кире яҡтарын да иҫтән сығарырға ярамай. Бәғзе кешеләр телевизор янында ғүмеренең өстән бер өлөшөн үткәрә! Саманан сығыу, әлбиттә, яҡшы түгел.
Күҙ боҙола. Төрлө алыҫлыҡҡа күсеп ҡарарға яраҡлашҡан бит, ә бында бер нөктәгә төбәлеп ултыраһың. Тауышын ныҡ асһаң, ҡолаҡ та насар ишетә башлай.
Бер урында оҙаҡ ултырып, хәрәкәт етмәй икән, был һаулыҡ ҡаҡшауға килтерә. Беҙҙең ил буйынса статистика мәғлүмәттәре юҡ, ә бына Америкала телевизор ҡараусыларҙың 66 проценты тапшырыу ҡарағанда ашағанға һимерә.
Психологтар иҫкәртеүенсә, теле­герой­ҙар тарта, эсә, әрләшә икән, тамашасыла, үҙе лә аңғармаҫтан, уларға эйәреү теләге тыуыуы ихтимал.
Ғөмүмән, телевизорҙан айырыла алмаусыларға үҙ тормошонда сағыу ваҡиғалар, көслө хис-тойғо етмәй тип фаразлай белгестәр. Йәшәү рәүешен үҙгәртер урынға, ошо дефицитты телегеройҙың мажараларын күҙәтеп тултырырға тырышалар, ти. Иң анһат юл был. Күп осраҡта кеше үҙ проблемаларын хәл итеүҙән телевизор ҡарауға ҡаса. Ыңғай телегеройҙар камил һәм матур, ниндәй ҙә булһа кәмселектәрҙән азат. Ошоға өйрәнгән кешеләр тирә-йүндәге барыһына ла саманан тыш юғары талаптар ҡуя башлай. Эҙемтә булараҡ, ҡалғандар ундайҙарҙан сит­ләшә, телевизор алдында һерәйеп ултырырға ваҡыт тағы күбәйә.
Шул яғы ла насар: телевизорҙа уртаса бер яҡшы яңылыҡҡа ете насар хәбәр тура килә, ә ысынбарлыҡта, шөкөр, нисбәт бөтөнләй икенсе. Өҫтә­үенә Ҡытайҙағы дауыл йә Америкалағы янғын тураһында белеүҙән ни фәтүә? Нервы ғына ҡаҡшатыу был.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526