Баштан уҡ аныҡ билдәләйек: телевидение – бер һүҙһеҙ, ыңғай күренеш. Кеше экран алдында ял итә, яңылыҡтар тураһында хәбәрҙар була, аң даирәһен киңәйтә...
Ниндәйҙер тапшырыу оҡшамай икән, бер кем дә ҡарарға мәжбүр итмәй бит, икенсе каналға күсер ҙә ҡуй. Исмаһам, был тәңгәлдә тулы иреккә эйә булдыҡ. Тик кире яҡтарын да иҫтән сығарырға ярамай. Бәғзе кешеләр телевизор янында ғүмеренең өстән бер өлөшөн үткәрә! Саманан сығыу, әлбиттә, яҡшы түгел.
Күҙ боҙола. Төрлө алыҫлыҡҡа күсеп ҡарарға яраҡлашҡан бит, ә бында бер нөктәгә төбәлеп ултыраһың. Тауышын ныҡ асһаң, ҡолаҡ та насар ишетә башлай.
Бер урында оҙаҡ ултырып, хәрәкәт етмәй икән, был һаулыҡ ҡаҡшауға килтерә. Беҙҙең ил буйынса статистика мәғлүмәттәре юҡ, ә бына Америкала телевизор ҡараусыларҙың 66 проценты тапшырыу ҡарағанда ашағанға һимерә.
Психологтар иҫкәртеүенсә, телегеройҙар тарта, эсә, әрләшә икән, тамашасыла, үҙе лә аңғармаҫтан, уларға эйәреү теләге тыуыуы ихтимал.
Ғөмүмән, телевизорҙан айырыла алмаусыларға үҙ тормошонда сағыу ваҡиғалар, көслө хис-тойғо етмәй тип фаразлай белгестәр. Йәшәү рәүешен үҙгәртер урынға, ошо дефицитты телегеройҙың мажараларын күҙәтеп тултырырға тырышалар, ти. Иң анһат юл был. Күп осраҡта кеше үҙ проблемаларын хәл итеүҙән телевизор ҡарауға ҡаса. Ыңғай телегеройҙар камил һәм матур, ниндәй ҙә булһа кәмселектәрҙән азат. Ошоға өйрәнгән кешеләр тирә-йүндәге барыһына ла саманан тыш юғары талаптар ҡуя башлай. Эҙемтә булараҡ, ҡалғандар ундайҙарҙан ситләшә, телевизор алдында һерәйеп ултырырға ваҡыт тағы күбәйә.
Шул яғы ла насар: телевизорҙа уртаса бер яҡшы яңылыҡҡа ете насар хәбәр тура килә, ә ысынбарлыҡта, шөкөр, нисбәт бөтөнләй икенсе. Өҫтәүенә Ҡытайҙағы дауыл йә Америкалағы янғын тураһында белеүҙән ни фәтүә? Нервы ғына ҡаҡшатыу был.