Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәләкәй булһа ла, ҡазаһы ҙур
Бәләкәй булһа ла, ҡазаһы ҙур
“Роспотребнадзор” идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ошо йылдың алты айында талпан ҡаҙалыу сәбәпле 8533 кеше республиканың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 33,4 проценты — балалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талпан энцефалитына юлыҡҡан кешеләр һаны 14-кә етте.


Ғөмүмән, Рәсәй биләмәһендә, был­тырғы менән сағыштырғанда, талпандан тешләнеүселәр һәм энцефалит сирен йоҡтороусылар артҡан. Июнь айы башында 170 мең кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән (үткән йыл­дағынан 18 процентҡа күберәк). Былтыр 28 ауырыуҙың ғүмерен табиптар һаҡлап ҡала алманы.
Рәсәйҙең үҙәк райондарында ла талпандың таралыуы күҙәтелә. Был­тырғы һөҙөмтәләр буйынса илдең 46 төбәгендә энцефалиттың тотороҡло эпидемик һәм эпизоотик усаҡтары барлыҡҡа килде. Башҡор­тос­танда административ биләмә­ләрҙең 42-һен­дә хәүеф ҙур.
Талпан энцефалитынан иң тәьҫирле сара — вакцинациялау. Был прививкалар Мил­ли календарға индерелгән һәм эндемик биләмәләрҙә йыл әйләнәһенә тү­ләүһеҙ үткәрелергә тейеш. Сирҙе иҫ­кәр­теү маҡсатында хәүефле төбәк­тәрҙә балаларҙың 95 процентына прививка яһау зарур.
Сирҙе йоҡтороу хәүефе ҙур булған һөнәр эйәләренә лә прививка тәғәйен­ләнә (урман әҙер­ләү һәм таҙартыу, һауыҡтырыу һәм ялды ойоштороу, ауыл хужалығы, гидромелиорация, геология, эҙләнеү, экспедиция, йоғошһоҙландырыу эштәрендә ҡатнашыусыларға).
Тәжрибә күрһәтеүенсә, иммунизация 100 сир осрағының 95-ен иҫкәртеү һәләтенә эйә. Ә эндемик биләмәләрҙә энцефалитты йоҡтороу хәүефе бик ҙур. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, халыҡты прививкалау эше күп кенә төбәктәрҙә һүлпән ойошторолған.
Ағыулы талпандан тешләнгән ос­раҡта кешегә дүрт көндән дә һуң­лама­йынса медицина учреждениеһында ашығыс рәүештә иммуноглобулин ин­дерелә. Әле Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә тиерлек лабораторияла талпанды тикшереү түләүле башҡарыла. Бөтә кеше лә Гигиена һәм эпидемиология үҙәктәре лабораторияларына мөрәжәғәт итә алмай. Мәҫәлән, республикабыҙҙа талпандарҙа йоғошло вирус барлығын тик­шереү бары Өфө һәм Стәр­летамаҡ ҡалала­рындағы Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында башҡарыла. 200 – 300 саҡрымда ятҡан Белорет, Учалы һәм башҡа райондар халҡы өсөн түләүһеҙ ярҙам алыу мөмкин дә түгел.
Ҡаҙалған талпанды тикше­реүгә бир­мәгәндәр иммуноглобулинды дарыухана­ларҙан үҙҙәре һатып ала. Һуңлап күрһәтелгән медицина ярҙамы йыш ҡына тәьҫирһеҙ була.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева феке­ренсә, талпанда вирус барлығын тикшереү Дәүләт гарантиялары программаһына индерелергә тейеш. Ашығыс рәүештә иҫкәртеү сараларын үткәреү, һис шикһеҙ, үтә ауыр был сирҙе һәм уның эҙемтәләрен иҫкәртергә ярҙам итәсәк.
Иҫкәртеү сараларына то­тонолған аҡсаның ауырыуҙарҙы дауалауға, реаби­литациялауға, социаль ярҙамға киткән сығымды ҡаплаясағы ике­лән­дер­мәй. Талпан энцефалитын иҫкәртеү өсөн илдең бөтә төбәктәрендә билә­мәләрҙе эшкәр­теү, шәхси һаҡ­ланыу сараларын ҡулла­ныуҙа яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү, ха­лыҡ араһында аңлатыу эшен алып барыу мөһим. “Әгәр тө­бәктәрҙә ошо хәүефле сирҙе иҫ­кәртеүгә өҫтәмә аҡса бүленмәһә, алдағы йылдарҙа йоғошло ауырыуҙың артыуына кәртә ҡуйылмаясаҡ”, — тип белдерҙе депутат.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 566

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524