“Роспотребнадзор” идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ошо йылдың алты айында талпан ҡаҙалыу сәбәпле 8533 кеше республиканың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 33,4 проценты — балалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талпан энцефалитына юлыҡҡан кешеләр һаны 14-кә етте.
Ғөмүмән, Рәсәй биләмәһендә, былтырғы менән сағыштырғанда, талпандан тешләнеүселәр һәм энцефалит сирен йоҡтороусылар артҡан. Июнь айы башында 170 мең кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән (үткән йылдағынан 18 процентҡа күберәк). Былтыр 28 ауырыуҙың ғүмерен табиптар һаҡлап ҡала алманы.
Рәсәйҙең үҙәк райондарында ла талпандың таралыуы күҙәтелә. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса илдең 46 төбәгендә энцефалиттың тотороҡло эпидемик һәм эпизоотик усаҡтары барлыҡҡа килде. Башҡортостанда административ биләмәләрҙең 42-һендә хәүеф ҙур.
Талпан энцефалитынан иң тәьҫирле сара — вакцинациялау. Был прививкалар Милли календарға индерелгән һәм эндемик биләмәләрҙә йыл әйләнәһенә түләүһеҙ үткәрелергә тейеш. Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында хәүефле төбәктәрҙә балаларҙың 95 процентына прививка яһау зарур.
Сирҙе йоҡтороу хәүефе ҙур булған һөнәр эйәләренә лә прививка тәғәйенләнә (урман әҙерләү һәм таҙартыу, һауыҡтырыу һәм ялды ойоштороу, ауыл хужалығы, гидромелиорация, геология, эҙләнеү, экспедиция, йоғошһоҙландырыу эштәрендә ҡатнашыусыларға).
Тәжрибә күрһәтеүенсә, иммунизация 100 сир осрағының 95-ен иҫкәртеү һәләтенә эйә. Ә эндемик биләмәләрҙә энцефалитты йоҡтороу хәүефе бик ҙур. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, халыҡты прививкалау эше күп кенә төбәктәрҙә һүлпән ойошторолған.
Ағыулы талпандан тешләнгән осраҡта кешегә дүрт көндән дә һуңламайынса медицина учреждениеһында ашығыс рәүештә иммуноглобулин индерелә. Әле Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә тиерлек лабораторияла талпанды тикшереү түләүле башҡарыла. Бөтә кеше лә Гигиена һәм эпидемиология үҙәктәре лабораторияларына мөрәжәғәт итә алмай. Мәҫәлән, республикабыҙҙа талпандарҙа йоғошло вирус барлығын тикшереү бары Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында башҡарыла. 200 – 300 саҡрымда ятҡан Белорет, Учалы һәм башҡа райондар халҡы өсөн түләүһеҙ ярҙам алыу мөмкин дә түгел.
Ҡаҙалған талпанды тикшереүгә бирмәгәндәр иммуноглобулинды дарыуханаларҙан үҙҙәре һатып ала. Һуңлап күрһәтелгән медицина ярҙамы йыш ҡына тәьҫирһеҙ була.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева фекеренсә, талпанда вирус барлығын тикшереү Дәүләт гарантиялары программаһына индерелергә тейеш. Ашығыс рәүештә иҫкәртеү сараларын үткәреү, һис шикһеҙ, үтә ауыр был сирҙе һәм уның эҙемтәләрен иҫкәртергә ярҙам итәсәк.
Иҫкәртеү сараларына тотонолған аҡсаның ауырыуҙарҙы дауалауға, реабилитациялауға, социаль ярҙамға киткән сығымды ҡаплаясағы икеләндермәй. Талпан энцефалитын иҫкәртеү өсөн илдең бөтә төбәктәрендә биләмәләрҙе эшкәртеү, шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙа яңы йүнәлештәрҙе үҫтереү, халыҡ араһында аңлатыу эшен алып барыу мөһим. “Әгәр төбәктәрҙә ошо хәүефле сирҙе иҫкәртеүгә өҫтәмә аҡса бүленмәһә, алдағы йылдарҙа йоғошло ауырыуҙың артыуына кәртә ҡуйылмаясаҡ”, — тип белдерҙе депутат.