Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙгә күренмәҫ “һаҡсы”лар
Күҙгә күренмәҫ “һаҡсы”лар Витаминдарҙы ҡайһы миҙгелдә ҡабул итеү яҡшыраҡ? Йәй көнө, моғайын, уларһыҙ ҙа йәшәп булалыр?
Әҡлимә ИРНАЗАРОВА.
Салауат районы.


Һаулығыбыҙҙы ҡурсалаусы күҙ­гә күренмәҫ был һиҙгер “һаҡ­сы”лар йыл әйләнәһенә беҙгә ныҡ кәрәк. Киләсәктә һаулығығыҙҙы нығытыу өсөн дарыуҙар эсергә теләмәһәгеҙ, хәҙерҙән үк витаминдар ҡабул итә башлағыҙ, тип иҫкәртә табиптар.
Шуныһы ҡыҙыҡ: файҙалы витаминдар тураһында бәләкәйҙән үк белеп үҫһәк тә, уларҙың тәьҫире, ҡиммәте хаҡында барыһын да белеп еткермәйбеҙ, хатта төрлө уйҙырмаларға ышанып йәшәйбеҙ.
Витаминдың организмға етешмәүен миҙгел проблемаһы итеп ҡарау һис тә дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй белгестәр. Йыл әйләнәһенә уларҙы ҡулланыу бик кәрәк, сөнки техник прогрестың алға китеүе ихтыяжды арттыра. Һуңғы ярты быуат эсендә кеше аҙыраҡ хәрәкәтләнә, элекке 5000-6000 килокалория урынына яҡынса 1800-2500 килокалория энергия тотона. Аш-һыу етерлек, ә витамин һәм микроэле­мент­тарға ихтыяж һис кәмемәй. Беҙҙең туҡланыу рационы уларҙы орга­низмға кәрәкле миҡдарҙа бирә алмай.
Миҫалға В1 витаминын ала­йыҡ. Ул көнөнә ни бары 2 миллиграмм ғына талап ителһә лә, ошо миҡдарҙы алыу өсөн бер килограмм эшкәртелмәгән ярма йәки ярты килограмм ит ашар­ға тейешбеҙ. Өҫ­тә­үенә хәҙер аҙыҡ-түлек тә ви­тамин­дарға ярлы­раҡ була бара. Быға уңышты күтәреүгә һәм оҙаҡ һаҡлауға йүнәл­тел­гән селекция ла, эш­кәртеү алымдары ла сәбәпсе. Мәҫәлән, юға­ры технологиялар ярҙа­мында үҫтерелгән по­мидор­ҙа каротин һәм аскорбин кислотаһы ғәҙәти шарт­тарҙа үҫтерелгәндәгегә ҡарағанда ун тапҡырға түбәнерәк.
“Дарыу урынына һут эсегеҙ, яңы ғына өлгөргән йәшелсә һәм еләк-емеш ашағыҙ”, — тигән һүҙҙәр менән тулыһынса килешеп булмай. Уларҙа кешегә бик кәрәкле 13 витаминдың ни бары өсөһө генә тупланған: С, фолий кислотаһы һәм каротин. Ҡалғандарын беҙ икмәк, ит, һөт, ярма, аҡ май һәм үҫемлек майынан алабыҙ. Уларҙың бөтәһе лә юғары калориялы, шуға күрә күп ашаған осраҡта һимереү хәүефе бар. Пакеттарҙа һатылған һутта аскорбин кислотаһы бик аҙ. Уны тейешле кимәлдә алыу өсөн 15 стакан алма һуты эсеү талап ителә!
Даими рәүештә витамин-минераль комплекстарҙы файҙа­ланыу­ҙың гипер­витаминозға килтереү ихтималлығы тураһында ла күп һөйләйҙәр, әммә был уй­ҙырманың да нигеҙе юҡ. Етеште­реүселәрҙең күбеһе витаминдарға тәүлек нормаһының яртыһын ғына һала, ҡалғанын кешенең аҙыҡ менән аласағына иҫәп тота. Өҫтәүенә уларҙың артыҡ өлөшө организмдан сығарыла.
Ҡайһы бер минераль матдә­ләр­ҙең һәм витаминдарҙың һаҡ­лау барышында үҙ-ара “көрә­ше­үе”, ярашмауы билдәле. Был мәсьәләне лә белгестәр күптән яйға һалды. Мәҫәлән, аскорбин кислотаһының тимер ион­дары йәки цинк янында окисләнеүе билдәле. Бындай хәл булмаһын өсөн уларҙы ҡат-ҡат итеп махсус технология буйынса һалалар. Бер-береһенә тәьҫир итеү һөҙөмтәһендә ҡайһы бер матдәләр организм тарафынан насар үҙләштерелә, шуға күрә, тимергә ихтыяж тәүлегенә 1 мг ғына булыуына ҡарамаҫтан, уның дозаһын 10 мг-ға тиклем күберәк һалалар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 993

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527