Витаминдарҙы ҡайһы миҙгелдә ҡабул итеү яҡшыраҡ? Йәй көнө, моғайын, уларһыҙ ҙа йәшәп булалыр?
Әҡлимә ИРНАЗАРОВА.
Салауат районы. Һаулығыбыҙҙы ҡурсалаусы күҙгә күренмәҫ был һиҙгер “һаҡсы”лар йыл әйләнәһенә беҙгә ныҡ кәрәк. Киләсәктә һаулығығыҙҙы нығытыу өсөн дарыуҙар эсергә теләмәһәгеҙ, хәҙерҙән үк витаминдар ҡабул итә башлағыҙ, тип иҫкәртә табиптар.
Шуныһы ҡыҙыҡ: файҙалы витаминдар тураһында бәләкәйҙән үк белеп үҫһәк тә, уларҙың тәьҫире, ҡиммәте хаҡында барыһын да белеп еткермәйбеҙ, хатта төрлө уйҙырмаларға ышанып йәшәйбеҙ.
Витаминдың организмға етешмәүен миҙгел проблемаһы итеп ҡарау һис тә дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй белгестәр. Йыл әйләнәһенә уларҙы ҡулланыу бик кәрәк, сөнки техник прогрестың алға китеүе ихтыяжды арттыра. Һуңғы ярты быуат эсендә кеше аҙыраҡ хәрәкәтләнә, элекке 5000-6000 килокалория урынына яҡынса 1800-2500 килокалория энергия тотона. Аш-һыу етерлек, ә витамин һәм микроэлементтарға ихтыяж һис кәмемәй. Беҙҙең туҡланыу рационы уларҙы организмға кәрәкле миҡдарҙа бирә алмай.
Миҫалға В1 витаминын алайыҡ. Ул көнөнә ни бары 2 миллиграмм ғына талап ителһә лә, ошо миҡдарҙы алыу өсөн бер килограмм эшкәртелмәгән ярма йәки ярты килограмм ит ашарға тейешбеҙ. Өҫтәүенә хәҙер аҙыҡ-түлек тә витаминдарға ярлыраҡ була бара. Быға уңышты күтәреүгә һәм оҙаҡ һаҡлауға йүнәлтелгән селекция ла, эшкәртеү алымдары ла сәбәпсе. Мәҫәлән, юғары технологиялар ярҙамында үҫтерелгән помидорҙа каротин һәм аскорбин кислотаһы ғәҙәти шарттарҙа үҫтерелгәндәгегә ҡарағанда ун тапҡырға түбәнерәк.
“Дарыу урынына һут эсегеҙ, яңы ғына өлгөргән йәшелсә һәм еләк-емеш ашағыҙ”, — тигән һүҙҙәр менән тулыһынса килешеп булмай. Уларҙа кешегә бик кәрәкле 13 витаминдың ни бары өсөһө генә тупланған: С, фолий кислотаһы һәм каротин. Ҡалғандарын беҙ икмәк, ит, һөт, ярма, аҡ май һәм үҫемлек майынан алабыҙ. Уларҙың бөтәһе лә юғары калориялы, шуға күрә күп ашаған осраҡта һимереү хәүефе бар. Пакеттарҙа һатылған һутта аскорбин кислотаһы бик аҙ. Уны тейешле кимәлдә алыу өсөн 15 стакан алма һуты эсеү талап ителә!
Даими рәүештә витамин-минераль комплекстарҙы файҙаланыуҙың гипервитаминозға килтереү ихтималлығы тураһында ла күп һөйләйҙәр, әммә был уйҙырманың да нигеҙе юҡ. Етештереүселәрҙең күбеһе витаминдарға тәүлек нормаһының яртыһын ғына һала, ҡалғанын кешенең аҙыҡ менән аласағына иҫәп тота. Өҫтәүенә уларҙың артыҡ өлөшө организмдан сығарыла.
Ҡайһы бер минераль матдәләрҙең һәм витаминдарҙың һаҡлау барышында үҙ-ара “көрәшеүе”, ярашмауы билдәле. Был мәсьәләне лә белгестәр күптән яйға һалды. Мәҫәлән, аскорбин кислотаһының тимер иондары йәки цинк янында окисләнеүе билдәле. Бындай хәл булмаһын өсөн уларҙы ҡат-ҡат итеп махсус технология буйынса һалалар. Бер-береһенә тәьҫир итеү һөҙөмтәһендә ҡайһы бер матдәләр организм тарафынан насар үҙләштерелә, шуға күрә, тимергә ихтыяж тәүлегенә 1 мг ғына булыуына ҡарамаҫтан, уның дозаһын 10 мг-ға тиклем күберәк һалалар.