Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бактериялар ғалимдар менән “ярыша”
Бактериялар  ғалимдар менән “ярыша”
Антибиотиктарҙың зарары тураһында күп һөйләйҙәр. Ни өсөн ул киҙеү менән сирләгәндә ярҙам итмәй? Ғөмүмән, уларҙың файҙаһы бармы?
Нәсимә.
Белорет районы.

Дарыуҙарҙың файҙаһыҙлығы йәки зарарлы булыуы тура­һында фекер улар медицина күрһәткестәренә ярашлы дөрөҫ тәғәйенләнмәгәндә йәки табип менән кәңәшләш­мәй эселгәндә генә таралырға мөмкин.
Кемдер үҙ белдеге менән антибиотик ярҙамында вируслы инфекцияларҙы дауаларға, хатта уны киҙеүгә ҡаршы ҡулланырға тырыша. Ә бит был дарыу вирустарға ҡаршы көсһөҙ.
Антибиотик (грек телендә аnti — ҡаршы, bios — тормош) уйлап табылғанға тиклем медицинала ниндәй ҙур бушлыҡ булыуын күҙаллау ҡыйын түгел. Етмеш йыл самаһы элек бәшмәксә һәм бактериаль сирҙәргә ҡаршы табиптар ғәмәлдә көсһөҙ булған. Америка микробиологтары 1942 йылда яңы дарыуҙы “антибиотик” тип атарға тәҡдим итә. ХIХ быуат аҙағында танылған урыҫ табиптары В. Манассеин һәм А. Полотебнов үҙҙәренең хеҙмәтендә үңәҙ бәшмәксәләренең сир таратыусы микроорганизмдарға үлемесле тәьҫир итеүен билдәләгән. Ғөмүмән, был өлкәлә эшләгән микробиологтар етерлек була, әммә медициналағы яңы асышты инглиз ғалимы Александр Флемингтың исеме менән бәйләйҙәр. Асыш тарихы көләмәсте хәтерләтһә лә, тап осраҡлы хәлдәрҙең бөйөк эштәргә илтеүен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ.
1828 йылда ғалим стафилококк штамдары менән тәжрибә үткәрә. Һауыттарҙың береһе насар йыуылған була. Тиҙ арала унда стафилококтар менән бергә үңәҙ бәшмәктәре лә үҫеп сыға. Әгәр ҙә ғалим һауытты түгеп, йыуып ҡуйған булһа, пенициллин бер аҙ һуңғараҡ ҡалып табылыр ине. Әммә Флемингтың тәжрибә майҙансығын йыйыштырырға ла, һауыт-һабаны тәртипкә килтерергә лә ваҡыты булмай. Бер саҡ һауыттарҙы килеп ҡараһа, үңәҙ бәшмәксәләренең стафилококтар ояһын юҡҡа сығарыуын күрә. Ғалим ҡыҙыҡһынып, үңәҙ бәшмәксәләренән бактерия күҙәнәктәренә емерткес тәьҫир итеүсе әүҙем матдәне айырып алыуға өлгәшә. Шулай итеп, дауалауҙа яңы офоҡтар асҡан пенициллин табыла.
Аҙаҡ чума һәм туберкулезға ҡаршы стрептомицин антибиотигы бүлеп сығарыла. Был асыштар, әлбиттә, Нобель премияһы менән билдәләнә. Совет микробиологияһы үҙаллы уңышлы үҫешә, ғалим Зинаида Ермолаева ватан пенициллинын асыуҙа һәм етештереүҙә әүҙем ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышында меңәрләгән яралыны ошо дарыу ҡотҡарып ҡала ла инде. Шуныһы ҡыҙыҡ: яңы антибиотиктар сығыу менән уларға ҡаршы торорлоҡ штамдар ҙа барлыҡҡа килә. Шуға күрә бына нисә йылдар инде микробиологтарға бактериялар менән “ярышырға” тура килә. Яңы дарыуҙар кешелек донъяһын бик күп хәүефтәрҙән һаҡлап ҡалды. Үкенескә күрә, мөғжизәле мәлдәрҙе тиҙ онотабыҙ һәм өр-яңы асыштар көтөп йәшәйбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523