Нурсолтан Назарбаев китте19.03.2019
Нурсолтан Назарбаев киттеҠаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев ил халҡына республика телеканалдары аша мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

– Мин президент сифатында вәкәләттәремде туҡтатырға ҡарар иттем. Быйыл ошо юғары урынды биләүемә – 30 йыл. Һеҙ миңә ирекле Ҡаҙағстандың тәүге президенты булыу мөмкинлеген бирҙегеҙ, – тине ул халҡына.

Абруйлы етәксегә быйыл 79 йәш тула.

Назарбаев вәкәләтен һалһа ла, сәйәсәттән ситләшмәй – Ҡаҙағстандың Хәүефһеҙлек советына етәкселек итәсәк.

Дәүләт башлығы вазифаһын Ҡаҙағстан Парламенты етәксеһе Ҡасым–Жомарт Токаев башҡарасаҡ.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика