Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Һарымһаҡ ултыртыу серҙәре
Һарымһаҡ ултыртыу серҙәре

Һарымһаҡ ултыртыу серҙәре

“Һарымһаҡтың һабағынан ваҡ орлоҡ үҫә. Бҽҙ, ғәҙәттә, уларҙы ыуыҙ сағында өҙөп, паста эшләйбҽҙ. Шул ваҡ орлоҡ тырнаҡтарҙы көҙ сәсҽп ҡалдырһаң, киләһҽ йәйҽнә бер тумалаҡ булып өлгөрә, имҽш"... Был һорауға белгес нимә ти икән?

“Һарымһаҡтың һабағынан ыуаҡ орлоҡ үҫә. Бҽҙ, ғәҙәттә, уларҙы ыуыҙ сағында өҙөп, паста эшләйбҽҙ. Шул ыуаҡ орлоҡ тырнаҡтарҙы көҙ сәсҽп ҡалдырһаң, киләһҽ йәйҽнә бер тумалаҡ булып өлгөрә, имҽш. Ошо һорауға белгес яуап бирһен ине”, - тип яҙа Белорет районынан Әнүзә Хәйбуллина.


- Һарымһаҡ нейтраль балсыҡлы тупраҡты үҙ итә, әлегә тиклем кәбеҫтә, ҡабаҡ, ҡуҙаҡлы культуралар һәм тәмләткес үләндәр үҫкән түтәлдәрҙә уңа. Әйткәндәй, һуған һәм һарымһаҡты шул уҡ участкаға өс-дүрт йылдан ғына ултыртырға мөмкин.


Түтәлде ҡоро, ҡояшлы урынға яһау шарт. Уны августа, йәғни ужым һарымһағын сәскәнгә тиклем 1-1,5 ай алдан әҙерләй башлайҙар. Балсыҡлы тупраҡтың бер квадрат метрына серетмә йәки тиреҫ, берәр аш ҡалағы нитрофоска һәм суперфосфат, бер стакан тарттырылған эзбиз йәки доломит оно һалалар. Балсыҡлы тупраҡты өҫтәүенә торф менән дә ашлайҙар. Торфҡа бай түтәлдәргә иһә, киреһенсә, балсыҡлы тупраҡ өҫтәйҙәр. Ҡомло тупраҡҡа берәр биҙрә балсыҡ һәм торф һалырға кәңәш ителә.


Ужым һарымһағын һалҡындар башланғанса 35 - 45 көн алдан ултырталар. Ошо ваҡыт эсендә бүлкәттәр тамыр ебәрергә, әммә шытып сыҡмаҫҡа тейеш. Төньяҡ райондарҙа һарымһаҡты ғәҙәттә 20 сентябрҙән 10 октябргә тиклем, ә көньяҡта 10 октябрҙән сәсәләр. Иртә ултыртылған һарымһаҡтың шытыуы, һуңға ҡалғанының туңыуы бар.


Мул уңыш алыу өсөн сифатлы орлоҡ әҙерләү фарыз. Көҙ яңы йыйылған һарымһаҡ бүлкәттәрен ултырталар. Киптерелгән сирһеҙ һарымһаҡ бүлкәттәрен айырып, 1 - 2 минут самаһы тоҙло һыуҙа (5 литр һыуға – 3 аш ҡалағы тоҙ) йыуалар, артабан баҡыр купоросында (10 литр һыуға – 1 аш ҡалағы купорос) 1 минут тоталар. Эшкәртелгән бүлкәттәрҙе шунда уҡ түтәлгә ултырталар.


Түтәлдә иң элек 20 - 25 сантиметр арауыҡта 6-8 сантиметр тәрәнлегендә бураҙналар һыҙып сығалар. Бүлкәттәрҙе бер-береһенән 7 - 8 сантиметр арауығында, түтәл өҫтөнә тиклем 4 - 5 сантиметр ҡалырлыҡ итеп вертикаль ултырталар. Ике-өс аҙна үтеүгә түтәл өҫтөнә тиреҫ йәки торф һалалар.


Һеҙ яҙған ысул да бик һәйбәт, әммә оҙайлы. Һарымһаҡты эреләтеү, сортын яңыртыу өсөн ҡулайлы ысул, - тип кәңәштәрен бирә Ҡырмыҫҡалы районы агрономы Ләйсән Мөхәмәтҡулова.


 


Автор фотоһы.


 



Автор: Лилия Нуретдинова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 3

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш 06.10.2026 // Баҡса

Күптәр балан быҡтырғандағы еҫте яратмай, әммә емешен үҙ итә. Ошолай эшләгәндә еҫе өйгә таралмай, ......

Тотош уҡырға 8


Комментарий өҫтәргә