Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы 27.10.2026 // Спорт
Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы...
Өфө БДБ илдәренең беренсе ҡышҡы спартакиадаһын ҡабул итә
Өфө һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар араһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең беренсе ҡышҡы Спартакиадаһын ҡабул итә. Был хаҡта йома, 14 февралдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашыуында билдәле булды. Рәсәй Спорт министрлығы ҡарары буйынса спартакиада 2025 йылдың декабрендә Өфөлә ойошторола.
Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, осрашыу барышында спорт инфраструктураһын үҫтереү, шулай уҡ төбәктә күләмле саралар уҙғарыу мәсьәләләре тикшерелде.
Радий Хәбиров Башҡортостанда төрлө дисциплиналарҙы үҫтереүгә, шулай уҡ халыҡты физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүлеүҙәре тураһында һөйләне.
— Күп кенә әһәмиәтле ярыштарҙы ҡабул итеүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Әлеге ваҡытта барған һаңғырауҙар спорты буйынса Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы оло ваҡиғаға әүерелде. Ярыштарҙа илдең 30 төбәгенән иң көслө спортсылар ҡатнаша. Беҙ республиканың иң яҡшы спорт майҙансыҡтарын әҙерләнек, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Быйыл декабрҙә Башҡортостан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында БДБ илдәренең Беренсе ҡышҡы спартакиадаһын ҡабул итә. Уны уңышлы үткәреү өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ.
Одес Байсолтанов Башҡортостандың Рәсәйҙең спорт инфраструктураһын үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләне.
— Төбәк спорт объекттары һаны буйынса өс лидер иҫәбенә инә, республика биләмәһендә ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороуығыҙға беҙҙә һис кенә лә шик булманы. Тармаҡты үҫтереүгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтлемен, — тип билдәләне Одес Байсолтанов.
Радий Хәбиров Башҡортостанда сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса саралар тураһында ла һөйләне:
— Мөмкин тиклем күберәк кешене спортҡа йәлеп итеү өсөн төрлө программаларҙы бойомға ашырабыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә әүҙем яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү программаһы бар. 60 йәштән өлкән кеше ГТО нормаларын үтәһә, уға спорт объекттарына йөрөү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.
Республикала спорт инфраструктураһын үҫтереү эшен дауам итәбеҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров. Әле 16 ҙур объектты проектлау һәм төҙөү бара.
Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы 27.10.2026 // Спорт
Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы...
Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола 26.10.2026 // Спорт
Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола...
Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне 23.10.2026 // Спорт
Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне...
«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай 21.10.2026 // Спорт
«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай...
Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты 19.10.2026 // Спорт
Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты...
Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде 19.10.2026 // Спорт
«Башинформ» журналистары талантлы боксер менән осрашты....
Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды 15.10.2026 // Спорт
Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды...
Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай 06.10.2026 // Спорт
Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай...
Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы 06.10.2026 // Спорт
4 октябрҙә Тулала Бөтә донъя хәрби самбо федерацияһы кубогына (WCSF) халыҡ-ара турнир үтте. ......
Тотош уҡырға 12
Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә 05.10.2026 // Спорт
Республика көнөндә Өфөлә ат сабыштары ойошторола....
«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай 02.10.2026 // Спорт
«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай...
Тотош уҡырға 11
«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды 30.09.2026 // Спорт
«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды...
Тотош уҡырға 10