Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Спорт » Башҡортостанда Ғимаев Кубогына хоккей буйынса турнир йыл һайын үткәреләсәк
Фото: Туймазы районы хакимиәте

Башҡортостанда Ғимаев Кубогына хоккей буйынса турнир йыл һайын үткәреләсәк

Башҡортостанда Ғимаев Кубогына хоккей буйынса турнир йыл һайын үткәреләсәк. Был хаҡта республика Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. 


– Кисә Өфөлә Сергей Ғимаевтың 70 йыллығына арналған хәйриә уйынында Ғимаев Кубогына турнирҙы йыл һайын үткәрергә ҡарар иттек. Балалар өсөн шәп спорт байрамы буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.   


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Өфөлә уҙған «Ғимаев Кубогы» хәйриә матчына донъяның билдәле хоккейсылары Илья Ковальчук, Павел Дацюк, Алексей Морозов, Сергей Мозякин һәм башҡа йондоҙҙар ҡатнашты. Спорт сараһын БР хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – спорт министры Руслан Хәбибов, билдәле хоккейсы Вячеслав Фетисов и Сергей Ғимаевтың улы – хоккейсы Сергей Ғимаев асты.


«Сергей Ғимаевтың 70 йыллығына арналған турнир үткәреү бөтә республика өсөн оло мәртәбә. Сергей Ғимаев спорт карьераһын тап ошонда башлаған. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исемдәренә лайыҡ булған. Беҙ уны шулай уҡ абруйлы спорт комментаторы булараҡ хәтерләйбеҙ. Сергей Ғимаев илебеҙ спорты үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Ғәҙел, асыҡ һәм талапсан кеше ине. Уның «Барығыҙ һәм алышығыҙ!» тигән ҡанатлы һүҙҙәре бөгөн хоккей һәм спорт өсөн генә түгел, барыбыҙ өсөн дә, айырыуса ил һағында торған егеттәребеҙ өсөн бик актуаль», – тине Руслан Хәбибов. 


Хәйриә матчы данлыҡлы хоккейсы Алексей Морозовтың командаһының 8:7 иҫәбенә еңеүе менән тамамланды. Еңеүселәр составында Александр Гуськов ике шайба индерҙе, шулай уҡ Илья Ковальчук, Вячеслав Буцаев, Евгений Давыдов, Вячеслав Фетисов, Игорь Щадилов һәм Андрей Зюзин берешәр мәрәй яуланы.


Павел Дацюктың командаһында Максим Афиногенов һәм Максим Спиридонов – икешәр, Дацюк үҙе, Игорь Григоренко һәм кесе Сергей Ғимаев берешәр шайба индерҙе.


Ғимаев Сергей Наил улы – Туймазы районының Кәкребаш ауылы башҡорто. Танылған хоккейсы 2017 йылдың 18 мартында Тула ҡалаһында СССР хоккейы ветерандары матчы барышында вафат булды. Туймазы ҡалаһындағы боҙ һарайы уның исемен йөрөтә, ошонда уҡ 2019 йылда шәхескә арналған музей булдырылған.  


Бынан алда «Башинформ» юлаевсыларҙың «Авангард»ҡа еңелеүе хаҡында яҙҙы.


https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-01-13/v-bashkirii-proydyot-ezhegodnyy-turnir-po-hokkeyu-na-kubok-gimaeva-4081572



Автор: Инсаф Хужабирганов / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы

Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы 27.10.2026 // Спорт

Башҡортостан спортсылары ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатта миҙалдар яуланы...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола 26.10.2026 // Спорт

Өфөлә Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә хоккей турниры ойошторола...

Тотош уҡырға 2

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне 23.10.2026 // Спорт

Михаил Дегтярёв Башҡортостанды Рәсәй халыҡтарының спартакиадаһын уңышлы үткәргән өсөн билдәләне...

Тотош уҡырға 5

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай 21.10.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» күсмә серияны Көнсығыш лидерына ҡаршы матч менән тамамлай...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты 19.10.2026 // Спорт

Башҡортостан боксерҙары Минскиҙағы ярыштарҙан триумф менән ҡайтты...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде

Башҡорт боксеры Вилдан Минасов донъяның иң көслө 15 боксеры иҫәбенә инде 19.10.2026 // Спорт

«Башинформ» журналистары талантлы боксер менән осрашты....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды 15.10.2026 // Спорт

Башҡортостанда Бокс һәм теннис үҙәктәрен төҙөү буйынса эш төркөмө булдырылды...

Тотош уҡырға 8

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай 06.10.2026 // Спорт

Өфөнөң «Толпар»ы үҙ боҙонда Красноярск командаһы менән уйнай...

Тотош уҡырға 8

Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы

Яҡташыбыҙ Тулала самбо буйынса халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы 06.10.2026 // Спорт

4 октябрҙә Тулала Бөтә донъя хәрби самбо федерацияһы кубогына (WCSF) халыҡ-ара турнир үтте. ......

Тотош уҡырға 12

Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә

Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ат сабыштары үткәрелә 05.10.2026 // Спорт

Республика көнөндә Өфөлә ат сабыштары ойошторола....

Тотош уҡырға 7

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай 02.10.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» үҙ майҙанында «Себер» менән уйнай...

Тотош уҡырға 12

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды 30.09.2026 // Спорт

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың көс индексында икенсе урынды алды...

Тотош уҡырға 11


Комментарий өҫтәргә