Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Торос” ныҡ торҙоЮғары хоккей лигаһындағы уйындар беҙгә быйыл да еңеү килтерҙе: Нефтекаманың “Торос” командаһы финалда Караганданың “Һары арҡа”һын 3 : 0 иҫәбенә ҡыйратып, “Братина” кубогын яуланы һәм икенсе йыл рәттән лига чемпионы булды. 24 майҙа хоккейсыларға алтын миҙалдар тапшырылды.

Тантана үтәсәк Ҡала мәҙәниәт үҙәге билдәләнгән ваҡыттан күпкә алда төрлө йәштәге көйәрмәндәр менән шығырым тулы ине. Төркөм-төркөм булып йыйылып, улар команданың үткән миҙгелдәге теге йәки был уйынын иҫкә төшөрә, яратҡан хоккейсыларын маҡтай, ҡайһыларына тәнҡит тә эләктерәләр.
“Киләләр!” тигән тауыш барыһын да бер урынға йыйҙы. Клуб автобусынан килеп төшкән чемпиондарҙы көйәрмәндәр шатланып сәләмләне, залға “тере” коридор аша үткәрҙе. Шул арала ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең кумирҙары менән фотоға төшөп ҡалырға тырышты, кемдәрҙер автограф алырға ашыҡты. Залда бөтә кешегә лә урын етмәгәнлектән, спорт һөйөүселәрҙең бер өлөшө тантананы аяғөҫтө ҡараны.
“Торос”тың уйынсыларына, тренерҙарына алтын миҙалдарҙы Юғары хоккей лигаһының идара директоры Герман Скоропупов, төп бағыусы булған “Урал” мәрхәмәтлек фондының генераль директоры Евгений Лохов тапшырҙы. Хоккейсыларҙы быйылғы еңеүе менән ҡотлағанда ЮХЛ етәксеһе команданың һәр “Торос” ныҡ торҙоуйында юғары һөҙөмтәгә ынтылыуын билдәләне. “Бөтәһе лә миҙгел башында ҡуйылған бурысты үтәргә тырыша, билдәләнгән маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Уйынсылар үҙҙәренең көйәрмәндәре, тыуған ҡалаһы, республикаһы өсөн яна”, – тине ул.
Герман Скоропупов шулай уҡ алтын миҙал менән Юғары хоккей лигаһы орденын “Урал” мәрхәмәтлек фонды советы рәйесе Мортаза Рәхимовҡа тапшырҙы.
Команданың иң яҡшы уйынсылары 11 номинацияла билдәләнде: Владимир Сохатский – “Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы”, Артем Зубарев – “Иң яҡшы һаҡсы”, Юрий Кокшаров – “Иң яҡшы һөжүмсе”, Никита Цирулев – “Иң һөҙөмтәле һаҡсы”, Константин Богдановский – “Иң яҡшы бомбардир”, Евгений Вахрушев – “Һөжүм итеү планындағы иң яҡшы һаҡсы”, Артем Гордеев – “Иң файҙалы уйынсы”, Павел Доронин “Иң ҡыйыу уйынсы” булып танылды. Бынан тыш, Анатолий Степанов — “Команда лидеры”, Артем Гәрәев “Клубтың иң йәш уйынсыһы” исемдәрен алды. “Тамашасы һөйөүе” призы Сергей Сальниковҡа бирелде.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов ҡулынан “Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы” тигән почет билдәләрен Павел Володин, Егор Дубровский, Сергей Емелин, Виталий Каменев, Кирилл Полозов һәм Максим Фролов алды.
Клуб үҙенең көйәрмәндәрен дә онотманы: уларҙың иң әүҙемдәре — Рушана Ғәлимова менән Александр Симоновҡа атрибутика комплекты тапшырылды.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллин иһә ҡотлау телмәре менән сығыш яһағанда:
— Хоккейсыларыбыҙҙың “Братина” кубогын яулауы ҡаланың ярты быуатлыҡ юбилейына оло бүләк булды, — тип билдәләне.
“Торос” уйынсылары ҡаланың үҙәк паркында йыйылғандарға быйыл яулаған кубогын күрһәтте, көйәрмәндәр менән аралашты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 765

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 386

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 278

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 237

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 264

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 228

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 095

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 199

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069