Юғары хоккей лигаһындағы уйындар беҙгә быйыл да еңеү килтерҙе: Нефтекаманың “Торос” командаһы финалда Караганданың “Һары арҡа”һын 3 : 0 иҫәбенә ҡыйратып, “Братина” кубогын яуланы һәм икенсе йыл рәттән лига чемпионы булды. 24 майҙа хоккейсыларға алтын миҙалдар тапшырылды.
Тантана үтәсәк Ҡала мәҙәниәт үҙәге билдәләнгән ваҡыттан күпкә алда төрлө йәштәге көйәрмәндәр менән шығырым тулы ине. Төркөм-төркөм булып йыйылып, улар команданың үткән миҙгелдәге теге йәки был уйынын иҫкә төшөрә, яратҡан хоккейсыларын маҡтай, ҡайһыларына тәнҡит тә эләктерәләр.
“Киләләр!” тигән тауыш барыһын да бер урынға йыйҙы. Клуб автобусынан килеп төшкән чемпиондарҙы көйәрмәндәр шатланып сәләмләне, залға “тере” коридор аша үткәрҙе. Шул арала ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең кумирҙары менән фотоға төшөп ҡалырға тырышты, кемдәрҙер автограф алырға ашыҡты. Залда бөтә кешегә лә урын етмәгәнлектән, спорт һөйөүселәрҙең бер өлөшө тантананы аяғөҫтө ҡараны.
“Торос”тың уйынсыларына, тренерҙарына алтын миҙалдарҙы Юғары хоккей лигаһының идара директоры Герман Скоропупов, төп бағыусы булған “Урал” мәрхәмәтлек фондының генераль директоры Евгений Лохов тапшырҙы. Хоккейсыларҙы быйылғы еңеүе менән ҡотлағанда ЮХЛ етәксеһе команданың һәр
уйында юғары һөҙөмтәгә ынтылыуын билдәләне. “Бөтәһе лә миҙгел башында ҡуйылған бурысты үтәргә тырыша, билдәләнгән маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Уйынсылар үҙҙәренең көйәрмәндәре, тыуған ҡалаһы, республикаһы өсөн яна”, – тине ул.
Герман Скоропупов шулай уҡ алтын миҙал менән Юғары хоккей лигаһы орденын “Урал” мәрхәмәтлек фонды советы рәйесе Мортаза Рәхимовҡа тапшырҙы.
Команданың иң яҡшы уйынсылары 11 номинацияла билдәләнде: Владимир Сохатский – “Миҙгелдең иң яҡшы уйынсыһы”, Артем Зубарев – “Иң яҡшы һаҡсы”, Юрий Кокшаров – “Иң яҡшы һөжүмсе”, Никита Цирулев – “Иң һөҙөмтәле һаҡсы”, Константин Богдановский – “Иң яҡшы бомбардир”, Евгений Вахрушев – “Һөжүм итеү планындағы иң яҡшы һаҡсы”, Артем Гордеев – “Иң файҙалы уйынсы”, Павел Доронин “Иң ҡыйыу уйынсы” булып танылды. Бынан тыш, Анатолий Степанов — “Команда лидеры”, Артем Гәрәев “Клубтың иң йәш уйынсыһы” исемдәрен алды. “Тамашасы һөйөүе” призы Сергей Сальниковҡа бирелде.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов ҡулынан “Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы” тигән почет билдәләрен Павел Володин, Егор Дубровский, Сергей Емелин, Виталий Каменев, Кирилл Полозов һәм Максим Фролов алды.
Клуб үҙенең көйәрмәндәрен дә онотманы: уларҙың иң әүҙемдәре — Рушана Ғәлимова менән Александр Симоновҡа атрибутика комплекты тапшырылды.
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллин иһә ҡотлау телмәре менән сығыш яһағанда:
— Хоккейсыларыбыҙҙың “Братина” кубогын яулауы ҡаланың ярты быуатлыҡ юбилейына оло бүләк булды, — тип билдәләне.
“Торос” уйынсылары ҡаланың үҙәк паркында йыйылғандарға быйыл яулаған кубогын күрһәтте, көйәрмәндәр менән аралашты.