Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең флаг – Арктикала!
Беҙҙең флаг – Арктикала!Бөтә Рәсәй йәштәренең “Барнео” поляр ҡотобонан башланған алтынсы экспедицияһы уңышлы тамамланды. Сәйәхәтселәр, саңғыла 110 километр ара үтеп, төньяҡ ҡотопта “Динамо” йәмғиәтенең, үҙҙәре йәшәгән төбәктең флагын ҡаҙаны, киләсәк быуын өсөн капсулала хат ҡалдырҙы. Башҡортостандан бындай мәртәбәле бәхет Өфөләге 100-сө урта мәктәптең X класс уҡыусыһы Владислав Яхинға эләкте.

Әлбиттә, сәйәхәткә иң-иңдәрҙе генә һайлап алалар. Атыу, бокс менән шөғөлләнгән Владислав был хаҡта: “Тәүҙә Өфөнән минең менән йәнә бер егетте Карелияла үткән экспедицияға саҡырҙылар. Саңғыла 100 километр юл үттек, психологик тест булды. Ни эшләптер, үҙем дә аңлата алмайым, тәүҙән үк һайлап алыу турын үтәсәгемә ышандым”, – ти. Шулай итеп, 28 дәғүәсенең 7-һе генә “Динамо” йәмғиәтенең 90 йыллыҡ юбилейына арналған сәфәргә юллана.
Төньяҡ ҡотоптағы тәбиғәт торошоноң ҡырыҫлығы һәр кемгә билдәле. Ете көнгә һуҙылған сәйәхәт сыҙамлыҡ та, ҡыйыулыҡ та талап итә йәштәрҙән. Утыҙ градус һалҡынлыҡ, дрейф, 300 метр аралыҡтағы асыҡ һыу каналы ла ҡурҡытмай уларҙы. Әйткәндәй, был йырынды үтеү өсөн 12 сәғәт ваҡыт кәрәк була.
14 апрелдә иһә экспедицияла ҡатнашыусылар Төньяҡ ҡотопҡа сыға. Уларҙы бында йәнә бер “серле ҡунаҡ” көтөп торған. Нисәмә көн буйы аҡ айыуҙың эҙҙәрен генә күҙәтеп килгән егеттәр “ҡотоп хужаһын” яҡындан күрә.
16 апрелдә сәйәхәтселәр самолетта Мәскәүгә ҡайтты.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 039

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 933

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 396

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 424

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 400

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 358

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 232

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 321

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 199