Бөтә Рәсәй йәштәренең “Барнео” поляр ҡотобонан башланған алтынсы экспедицияһы уңышлы тамамланды. Сәйәхәтселәр, саңғыла 110 километр ара үтеп, төньяҡ ҡотопта “Динамо” йәмғиәтенең, үҙҙәре йәшәгән төбәктең флагын ҡаҙаны, киләсәк быуын өсөн капсулала хат ҡалдырҙы. Башҡортостандан бындай мәртәбәле бәхет Өфөләге 100-сө урта мәктәптең X класс уҡыусыһы Владислав Яхинға эләкте.
Әлбиттә, сәйәхәткә иң-иңдәрҙе генә һайлап алалар. Атыу, бокс менән шөғөлләнгән Владислав был хаҡта: “Тәүҙә Өфөнән минең менән йәнә бер егетте Карелияла үткән экспедицияға саҡырҙылар. Саңғыла 100 километр юл үттек, психологик тест булды. Ни эшләптер, үҙем дә аңлата алмайым, тәүҙән үк һайлап алыу турын үтәсәгемә ышандым”, – ти. Шулай итеп, 28 дәғүәсенең 7-һе генә “Динамо” йәмғиәтенең 90 йыллыҡ юбилейына арналған сәфәргә юллана.
Төньяҡ ҡотоптағы тәбиғәт торошоноң ҡырыҫлығы һәр кемгә билдәле. Ете көнгә һуҙылған сәйәхәт сыҙамлыҡ та, ҡыйыулыҡ та талап итә йәштәрҙән. Утыҙ градус һалҡынлыҡ, дрейф, 300 метр аралыҡтағы асыҡ һыу каналы ла ҡурҡытмай уларҙы. Әйткәндәй, был йырынды үтеү өсөн 12 сәғәт ваҡыт кәрәк була.
14 апрелдә иһә экспедицияла ҡатнашыусылар Төньяҡ ҡотопҡа сыға. Уларҙы бында йәнә бер “серле ҡунаҡ” көтөп торған. Нисәмә көн буйы аҡ айыуҙың эҙҙәрен генә күҙәтеп килгән егеттәр “ҡотоп хужаһын” яҡындан күрә.
16 апрелдә сәйәхәтселәр самолетта Мәскәүгә ҡайтты.