Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ихтыяр көсөнә һынауПлей-офтың хәл иткес уйындарында "Аҡ барыҫ"тан рәттән өс тапҡыр еңелеүебеҙҙе берәү ҙә көтмәгәндер. Әммә Ҡазанда үткән көсөргәнешле осрашыуҙа бер мәрәйгә отолоп, "Cалауат Юлаев" үҙен упҡын ситенә килтереп терәгәйне.

Шуға ла "Өфө-Арена"лағы матчҡа бөтәһе лә "һуңғы уйын булмағайы" тигән хәүефле уй менән килде. "Аҡ барыҫ" уйынсылары ла бындай мөмкинлектең башҡаса булмаясағына төшөнә ине буғай. Көрәш дауам итһен өсөн юлаевсыларҙан бары еңеү талап ителде. Быны көйәрмәндәр ҙә аңланы: боҙ майҙанын уратып алған "йәшел диңгеҙ" тыуҙырған шау-шыу финал уйындарын хәтерләтте.
Ә уйын барышы көйәрмәндәрҙе бер эҫегә, бер һалҡынға ташланы тиһәк, хата булмаҫ. "Салауат" көсөргәнешле көрәштә ике шайбаға алға сыҡты, әммә артабанғы ике хатаһы "Аҡ барыҫ"ҡа иҫәпте тигеҙләргә ярҙам итте. Өсөнсө осорҙа Александр Степанов юлаевсыларҙы тағы алға сығарҙы, әммә уйын тамамланыуға биш минут ҡалғас, тегеләр йәнә бер шайба сәпәне. "Өфө-Арена"ны хәл иткес овертайм көтә ине.
Өҫтәмә ваҡытта бер команда ла хаталанырға теләмәне. Осрашыу хоккейсыларыбыҙҙың ихтыяр көсө өсөн ысын һынауға әүерелде. Үтә лә һаҡ уйнанылар, әммә икенсе овертайм аҙағында ҡунаҡтар барыбер яңылышты, ошоно ғына көткәндәй, һаҡсы Брент Сопел Барулиндың ҡапҡаһына шайба сойорғотто!
Бөгөн ике команданы ла хәл иткес етенсе уйын көтә. Өфөләге осрашыу беҙҙекеләрҙең етешһеҙлектәрен тағы бер ҡабат асыҡ күрһәтте. Әгәр тренер штабы һәм уйынсылар шуларҙан арына алһа, еңеүгә өмөт бар. Ә туҡтауһыҙ яңылышыуҙы "Аҡ барыҫ" ғәфү итмәйәсәк. Шулай ҙа уйынсыларыбыҙ дөрөҫ һығымта яһар һәм хәл иткес алышта һынатмаҫ тип ышанайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 791

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 410

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 241

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 233

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 099

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073