Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Олимпия призеры менән уҙыштыҡ
Олимпия призеры менән уҙыштыҡИглиндә спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Теләйһең икән, бокс, каратэ, грек-рим, милли көрәш секцияларына йөрө. Күңелең биатлон, волейбол, мини-футболға тартылһа, рәхим ит. Бассейн, тренажер залдарының да ишеге һәр ваҡыт асыҡ.

Быйыл иглиндәр берҙәмләшеп саңғыға баҫты. Дөрөҫ, тәүҙә халыҡ әллә ни күп йыйылманы. Шулай ҙа тора-бара саф һауа ҡосағына сығыусылар артҡандан-артты. Ә инде ошо көндәрҙә миҙгелде ябыуға арналған үҙенсәлекле сара булды. Йәй көнө һабантуй үткәрелгән майҙанға бер юлы меңдән ашыу кеше йыйылды. Улар араһында район хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин, ауыл биләмәләре башлыҡтары, төрлө ойошма етәкселәре, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр, уҡыусылар, пенсионерҙар ҙа бар ине.
Күңелле музыка, уйын-көлкө, төрлө ярыштар – барыһы ла һабантуйҙы хәтерләтте. Өшөп, асығып китеүселәргә йылы бутҡа, ҡайнар сәй әҙер. Олимпия призеры менән уҙыштыҡ
Спорт, һау-сәләмәт тормош байрамына ҡунаҡтар ҙа бихисап килгәйне. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, яҡташыбыҙ Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимовтың килеүе лә ҡыуаныслы булды. Олимпия уйындары призеры Максим Чудов менән бергә уҙышыу бәхете лә һәр кемгә тәтемәй. Ул йәш спортсылар менән ихлас аралашты, һорауҙарға Олимпия призеры менән уҙыштыҡяуап бирҙе. Беҙҙең саңғы трассаһы хаҡында: “Бик оҡшаны, харап уңайлы”, – тине.
Саңғынан тыш, хоккей турниры дәррәү үтте бында. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған ярышта быйыл ете команда ҡатнашты. Көсөргәнешле матчта Аҡбирҙе ауылы йыйылма командаһы беренселекте яуланы. Муниципаль- ара хоккей бәйгеһенең Иглиндә уҙыуы – районда был спорт төрөнөң юғары кимәлдә булыуына тағы бер дәлил. Салауат, Тәтешле, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килгән егеттәргә Аҡбирҙе ауылындағы боҙ ҙа, бындағы шарттар ҙа бик оҡшаны.
Әлбиттә, һәр төрлө спорт сараларында халыҡтың дәррәү ҡатнашыуы, сәләмәт тормош рәүешенә ылығыуы – район хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусиндың тынғыһыҙ эшмәкәрлегенең емеше. Ул, был ярышты үткәрегеҙ, тегенеһен, тип өҫтән бойороҡ ҡына биргән чиновник түгел. Һәр саҡ үҙе башлап йөрөй, шәхсән миҫалында башҡаларға өлгө күрһәтә, халыҡты дәртләндерә. Спорт менән дуҫлыҡ һаулыҡ нигеҙе икәнлеген һәр кемдең иҫенә төшөрөп тора.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 760

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 381

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 278

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 236

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 425

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 282

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 262

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 426

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 227

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 094

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 198

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 069