Иглиндә спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Теләйһең икән, бокс, каратэ, грек-рим, милли көрәш секцияларына йөрө. Күңелең биатлон, волейбол, мини-футболға тартылһа, рәхим ит. Бассейн, тренажер залдарының да ишеге һәр ваҡыт асыҡ.
Быйыл иглиндәр берҙәмләшеп саңғыға баҫты. Дөрөҫ, тәүҙә халыҡ әллә ни күп йыйылманы. Шулай ҙа тора-бара саф һауа ҡосағына сығыусылар артҡандан-артты. Ә инде ошо көндәрҙә миҙгелде ябыуға арналған үҙенсәлекле сара булды. Йәй көнө һабантуй үткәрелгән майҙанға бер юлы меңдән ашыу кеше йыйылды. Улар араһында район хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин, ауыл биләмәләре башлыҡтары, төрлө ойошма етәкселәре, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр, уҡыусылар, пенсионерҙар ҙа бар ине.
Күңелле музыка, уйын-көлкө, төрлө ярыштар – барыһы ла һабантуйҙы хәтерләтте. Өшөп, асығып китеүселәргә йылы бутҡа, ҡайнар сәй әҙер.
Спорт, һау-сәләмәт тормош байрамына ҡунаҡтар ҙа бихисап килгәйне. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, яҡташыбыҙ Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимовтың килеүе лә ҡыуаныслы булды. Олимпия уйындары призеры Максим Чудов менән бергә уҙышыу бәхете лә һәр кемгә тәтемәй. Ул йәш спортсылар менән ихлас аралашты, һорауҙарға
яуап бирҙе. Беҙҙең саңғы трассаһы хаҡында: “Бик оҡшаны, харап уңайлы”, – тине.
Саңғынан тыш, хоккей турниры дәррәү үтте бында. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған ярышта быйыл ете команда ҡатнашты. Көсөргәнешле матчта Аҡбирҙе ауылы йыйылма командаһы беренселекте яуланы. Муниципаль- ара хоккей бәйгеһенең Иглиндә уҙыуы – районда был спорт төрөнөң юғары кимәлдә булыуына тағы бер дәлил. Салауат, Тәтешле, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килгән егеттәргә Аҡбирҙе ауылындағы боҙ ҙа, бындағы шарттар ҙа бик оҡшаны.
Әлбиттә, һәр төрлө спорт сараларында халыҡтың дәррәү ҡатнашыуы, сәләмәт тормош рәүешенә ылығыуы – район хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусиндың тынғыһыҙ эшмәкәрлегенең емеше. Ул, был ярышты үткәрегеҙ, тегенеһен, тип өҫтән бойороҡ ҡына биргән чиновник түгел. Һәр саҡ үҙе башлап йөрөй, шәхсән миҫалында башҡаларға өлгө күрһәтә, халыҡты дәртләндерә. Спорт менән дуҫлыҡ һаулыҡ нигеҙе икәнлеген һәр кемдең иҫенә төшөрөп тора.