Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп һөҙөмтә — дуҫлыҡ
Төп һөҙөмтә — дуҫлыҡӨфөләге Халыҡ-ара балалар уйындары юғары баһаланды

Дүрт көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте, был осорҙа донъяның 20 иленән килгән меңләгән бала спорт ярыштарында ҡатнашып ҡына түгел, үҙ-ара дуҫлашып та өлгөрҙө.

“Мираҫ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығышынан һуң сәхнәгә Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш күтәрелде.
– Бер нисә көн эсендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттегеҙ, – тине ул, балаларға мөрәжәғәт итеп. – Бөтә ярыштарҙа ла һеҙҙең оҫталыҡҡа шаһит булдыҡ. Был Уйындар иң матуры булып иҫтә ҡаласаҡ. Донъя тарихында тәүге тапҡыр Рәсәйҙә үткән был сара юғары кимәлдә ойошторолған! Бөтәһе лә яҡшы булды. Төп һөҙөмтә — дуҫлыҡДуҫлыҡ еңде. Рәхмәт һеҙгә!
Хөрмәт билдәһе итеп Торстен Раш Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа гәлсәр глобус тапшырҙы.
Киләһе Халыҡ-ара уйындар быйыл августа Виндзора (Канада) ҡалаһында үтәсәк. Тантанала ошо ҡала вәкилдәренә Уйындарҙың флагы менән эстафета уты тапшырылды. “Ҙур уйындар” акцияһында ҡатнашыусылар мөһим сараны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәткән. Комитеттың генераль секретары Ричард Смит, уларға рәхмәт әйтеп, еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.
Хушлашыу тантанаһы дискотека менән тамамланды, салют атылды.

* * *
Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр беҙҙә үткән Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөнөң дүрт спорт объектында барҙы. Донъяның төрлө илдәренән, 59 ҡаланан Төп һөҙөмтә — дуҫлыҡйыйылған йәш спортсылар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, тау саңғыһы, саңғы уҙышы, спорт ориентиры, сноуборд буйынса таһыллыҡҡа көс һынашты. Улар араһында өфөләр иң күп булыуы менән айырылып торҙо.
Көндәрҙең берсә һалҡынлап, берсә буранлап тороуы сноуборд, саңғы ярышы, тау саңғыһы, спорт ориентиры кеүек тәбиғәт ҡосағында үткән уҙыштарға кәртә була алманы. Төрлө тарафтарҙан йыйылған иң көслө сноубордсылар араһынан Өфө ҡыҙы Милена Быкова алтын миҙал алды. Ә бына шорт-трек буйынса 1500 метр алыҫлыҡҡа тәүге көндө яҡташтарыбыҙ Алина Айтуғанова менән Илнур Камалов көмөш миҙал яулаһа, Нил Кәбиров бронза менән ҡәнәғәтләнде. 3000 метр аралыҡҡа алыш Өфө үҫмерҙәре өсөн бик уңышлы булды: Илнур Камалов, Нил Кәбиров, Алина Айтуғанова, Анастасия Мигунова – барыһы ла “алтын”лы! Төп һөҙөмтә — дуҫлыҡ
Ә бына фигуралы шыуыу, спорт ориентиры буйынса яҡташтарыбыҙҙан берәү ҙә пьедестал баҫҡысына күтәрелә алманы.
Хоккей уйындарында йәш юлаевсыларҙың ғәжәп уңышы барлыҡ көйәрмәндәрҙе һоҡландырҙы. Яҡташтарыбыҙ тәүге көндө Канаданың Келоуна ҡалаһы командаһын 8:0 иҫәбе менән еңһә, артабан Даугавпилс (Латвия) – 19:0, Новополоцк (Белоруссия) – 14:1, Грацты (Австрия) 13:1 иҫәбенә ҡыйратылды. Шулай итеп, хоккей уйындары буйынса алтын миҙалды йәш юлаевсылар эләктерҙе. Киләсәктә ошо үҫмерҙәрҙең республикабыҙҙы данға күмеренә ышанғы килә.
Әйткәндәй, Келоуна хоккейсылары – икенсе, Харьков командаһы өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде.
Миҙалдар һаны буйынса Рәсәй спортсылары – беренсе (22 “алтын”, 20 “көмөш” һәм 18 “бронза”). Икенсе – Ҡаҙағстан командаһы (бөтәһе 5 миҙал), өсөнсө – Словения (4 миҙал).
Әйткәндәй, был сара балалар һәм үҫмерҙәр генә түгел, спорт һөйөүселәрҙең барыһы өсөн дә оло байрамға әүерелде. Бер көндә нисә урында ярыш булыуға ҡарамаҫтан, бәйгене ҡарарға килеүселәр ифрат күп ине.

Евгения Шалаева, Алматы ҡалаһы, тренер:
– Приз алмаһаҡ та, яҡшы кәйеф менән ҡайтып китәбеҙ. Халыҡ-ара уйындарҙа ҡатнашыу – үҙе еңеү ул. Тағы Өфөләге боҙҙоң яҡшылығына иҫ китте, бындағы балаларҙан көнләштек: уларға шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар бар, ә беҙгә бындай боҙ хаҡында хыялланырға ғына ҡала.
Айназа Ғарифуллина, уҡыусы:
– Уйындарҙы асыу тантанаһы уйланып етмәгән, минеңсә. Халыҡ күп булһын типмелер, барлыҡ ултырғыстарға уҡыусыларҙы индереп тултырғандар. Ҡатнашыусылар парадынан һуң ҡунаҡтарға урын етмәне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 783

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 404

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 240

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073