Өфөләге Халыҡ-ара балалар уйындары юғары баһаландыДүрт көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте, был осорҙа донъяның 20 иленән килгән меңләгән бала спорт ярыштарында ҡатнашып ҡына түгел, үҙ-ара дуҫлашып та өлгөрҙө.
“Мираҫ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығышынан һуң сәхнәгә Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш күтәрелде.
– Бер нисә көн эсендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттегеҙ, – тине ул, балаларға мөрәжәғәт итеп. – Бөтә ярыштарҙа ла һеҙҙең оҫталыҡҡа шаһит булдыҡ. Был Уйындар иң матуры булып иҫтә ҡаласаҡ. Донъя тарихында тәүге тапҡыр Рәсәйҙә үткән был сара юғары кимәлдә ойошторолған! Бөтәһе лә яҡшы булды.
Дуҫлыҡ еңде. Рәхмәт һеҙгә!
Хөрмәт билдәһе итеп Торстен Раш Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа гәлсәр глобус тапшырҙы.
Киләһе Халыҡ-ара уйындар быйыл августа Виндзора (Канада) ҡалаһында үтәсәк. Тантанала ошо ҡала вәкилдәренә Уйындарҙың флагы менән эстафета уты тапшырылды. “Ҙур уйындар” акцияһында ҡатнашыусылар мөһим сараны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәткән. Комитеттың генераль секретары Ричард Смит, уларға рәхмәт әйтеп, еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.
Хушлашыу тантанаһы дискотека менән тамамланды, салют атылды.
* * *
Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр беҙҙә үткән Халыҡ-ара балалар уйындары Өфөнөң дүрт спорт объектында барҙы. Донъяның төрлө илдәренән, 59 ҡаланан
йыйылған йәш спортсылар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, тау саңғыһы, саңғы уҙышы, спорт ориентиры, сноуборд буйынса таһыллыҡҡа көс һынашты. Улар араһында өфөләр иң күп булыуы менән айырылып торҙо.
Көндәрҙең берсә һалҡынлап, берсә буранлап тороуы сноуборд, саңғы ярышы, тау саңғыһы, спорт ориентиры кеүек тәбиғәт ҡосағында үткән уҙыштарға кәртә була алманы. Төрлө тарафтарҙан йыйылған иң көслө сноубордсылар араһынан Өфө ҡыҙы Милена Быкова алтын миҙал алды. Ә бына шорт-трек буйынса 1500 метр алыҫлыҡҡа тәүге көндө яҡташтарыбыҙ Алина Айтуғанова менән Илнур Камалов көмөш миҙал яулаһа, Нил Кәбиров бронза менән ҡәнәғәтләнде. 3000 метр аралыҡҡа алыш Өфө үҫмерҙәре өсөн бик уңышлы булды: Илнур Камалов, Нил Кәбиров, Алина Айтуғанова, Анастасия Мигунова – барыһы ла “алтын”лы!
Ә бына фигуралы шыуыу, спорт ориентиры буйынса яҡташтарыбыҙҙан берәү ҙә пьедестал баҫҡысына күтәрелә алманы.
Хоккей уйындарында йәш юлаевсыларҙың ғәжәп уңышы барлыҡ көйәрмәндәрҙе һоҡландырҙы. Яҡташтарыбыҙ тәүге көндө Канаданың Келоуна ҡалаһы командаһын 8:0 иҫәбе менән еңһә, артабан Даугавпилс (Латвия) – 19:0, Новополоцк (Белоруссия) – 14:1, Грацты (Австрия) 13:1 иҫәбенә ҡыйратылды. Шулай итеп, хоккей уйындары буйынса алтын миҙалды йәш юлаевсылар эләктерҙе. Киләсәктә ошо үҫмерҙәрҙең республикабыҙҙы данға күмеренә ышанғы килә.
Әйткәндәй, Келоуна хоккейсылары – икенсе, Харьков командаһы өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде.
Миҙалдар һаны буйынса Рәсәй спортсылары – беренсе (22 “алтын”, 20 “көмөш” һәм 18 “бронза”). Икенсе – Ҡаҙағстан командаһы (бөтәһе 5 миҙал), өсөнсө – Словения (4 миҙал).
Әйткәндәй, был сара балалар һәм үҫмерҙәр генә түгел, спорт һөйөүселәрҙең барыһы өсөн дә оло байрамға әүерелде. Бер көндә нисә урында ярыш булыуға ҡарамаҫтан, бәйгене ҡарарға килеүселәр ифрат күп ине.
Евгения Шалаева, Алматы ҡалаһы, тренер:– Приз алмаһаҡ та, яҡшы кәйеф менән ҡайтып китәбеҙ. Халыҡ-ара уйындарҙа ҡатнашыу – үҙе еңеү ул. Тағы Өфөләге боҙҙоң яҡшылығына иҫ китте, бындағы балаларҙан көнләштек: уларға шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар бар, ә беҙгә бындай боҙ хаҡында хыялланырға ғына ҡала.
Айназа Ғарифуллина, уҡыусы:– Уйындарҙы асыу тантанаһы уйланып етмәгән, минеңсә. Халыҡ күп булһын типмелер, барлыҡ ултырғыстарға уҡыусыларҙы индереп тултырғандар. Ҡатнашыусылар парадынан һуң ҡунаҡтарға урын етмәне.