Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Биш быуын турнирыҮҙеңдең генә түгел, командалаштарыңдың да мөмкинлектәрен дөрөҫ тойомлауҙы, майҙанды тотош күрә белеүҙе, киләһе секундта ҡайһы уйынсының ниндәй урында булырын яҡынса тоҫмаллай алыуҙы талап иткән юғары интеллектуаль уйын тип һанайҙар волейболды.

Республиканың әле был, әле теге төбәгендә волейбол ярыштары үтеүе – матур күренеш. Улар күберәк ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә уҙғарыла. Ә бына яңыраҡ бер ауылда спорттың ошо төрө буйынса алты команда көс һынашты тиһәм, ни әйтерһегеҙ?
Хәйбулла районының Ивановка ауылында үтте был ярыш. «Биш быуын турниры» тип аталды ул. Күсмә кубогы булған турнир, әйткәндәй, икенсе тапҡыр уҙғарыла. Тәүгеһенән һуң «был ярышты йыл һайын уҙғарырға кәрәк» тиһәләр ҙә, былтыр мәктәптә, шул иҫәптән спорт залында ла барған капиталь ремонт мәшәҡәтләне. Уның ҡарауы, быйылғыһы күҙгә күренеп матурайған спорт залында булды.
Көсөргәнешле ярышта бөгөн ауылда төпләнеп йәшәп ятҡан яңы быуын вәкилдәренең «Йәштәр» командаһы еңеүе төбәктә волейболды ни тиклем үҙ итеүҙәрен тағы бер тапҡыр раҫланы ғына. Икенсе урынға лайыҡ булған Торомтаевтарҙың «Утарбай» командаһы ла ауылдағыларҙың был уйын төрөнә нәҫеле-нәсәбе менән бирелгәнлеген күрһәтте. Өсөнсө урынға сыҡҡан «Ҡорҙаштар» мәктәп йылдарындағы бер команда булып уйнау күнекмәләрен иҫенә төшөрҙө. Эйе, ҡасандыр үҫмер саҡта оҫталыҡҡа, таһыллыҡҡа ынтылып яһаған тәүге аҙымдар йылдар үткәс тә һис онотолмай, ә, киреһенсә, үҙенә гел ылыҡтыра, тарталыр ул. Әлеге көндә мәктәптә һәм төрлө вуздарҙа уҡып йөрөгән «Уҡыусылар», «Студенттар», иң өлкәненә 62 йәш булған «Ветерандар» командалары ла еңел генә бирелмәне. Һәр береһе еңеүсеһенән бер нисә генә мәрәйгә ҡалышты.
Был матур сара ошо ауыл егете, Башҡортостан радиоһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы хеҙмәткәре Закир Шәриповтың башланғысы менән, алда әйткәнемсә, элгәрге йылдың ғинуар каникулынан алып, ошо мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Факил Сәхиулла улы Торомтаевҡа хөрмәт йөҙөнән ойошторола. Изге ниәтте «Юлдаш», «Спутник FM» радио каналдары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы бүлексәһе, урындағы ДОСААФ ойошмаһы, ауыл биләмәһе етәкселеге, ауылдаштары ла хуплай.
Яңы йыл байрамдарында, күнегелә барған һыйлы табындарҙы ҡалдырып, тотош бер көндө ивановкалар спорт залында үткәрҙе, ете ҡат тирҙәре сыҡҡансы туп уйнаны. Тимәк, халыҡҡа сәләмәтлеген нығытыу, күңелле аралашыу мөмкинлеге тыуҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 782

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 403

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 240

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073