Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көйәрмәндәргә еңеү сәме күсте
Көйәрмәндәргә еңеү сәме күстеКрасников чемпиондарҙың яңы быуынын тәрбиәләргә ниәтләй

Егеттәр “тимер аттар”ын ажарландырып алға ынтылды. Тәгәрмәс аҫтынан боҙ ярсыҡтары сәсрәй. Етеҙерәк, етеҙерәк! Мотоуҙышсыларҙағы еңеү сәме, ғәйрәт көйәрмәндәргә лә күскән.
Ярата беҙҙә халыҡ спорттың был төрөн! Ял көндәрендә, һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, баш ҡаланың “Төҙөүсе” стадионы шығырым тулы: Рәсәй кимәлендәге 53-сө шәхси чемпионаттың финал ярышы бара бит.

Ҡышҡы мотоуҙыш спортта иң хәүефле төрҙәрҙән һанала. Көҙгөләй ялтырап ятҡан боҙҙа нимә булырын алдан күҙаллап та булмайҙыр, моғайын. Ярыш мәлендә фажиғәле һәләк булыусылар ҙа бар. Был спорт төрө менән ҡуш йөрәклеләр генә шөғөлләнә алалыр.
Шәхси беренселектә – һигеҙ, команда ярыштарында туғыҙ мәртәбә еңгән, дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы булған Николай Красников өсөн тәүге әйләнеш бик уңышлы булманы. Уны Тольятти егете Дмитрий Хомицевич анһат ҡына уҙып китте. Шулай ҙа артабанғы ынтылыштар бары еңеүҙәр алып килде. Алтынсыһында – Дмитрий Буланкинды, унынсыһында Стәрлетамаҡ егете Игорь Сайдуллинды ла мәрәй иҫәбе буйынса артта ҡалдырҙы. Һөҙөмтәлә чемпионаттың алтын миҙалы финалдың тәүге көнөндә үк иң күп мәрәй йыйған Николай Красниковҡа эләгәсәгенә шик ҡалманы. Шулай итеп, яҡташыбыҙ бишенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә эйә булды һәм был юҫыҡта уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарындағы легендар спортсы Борис Самородовты “ҡыуып тотто”.
Финал ярыштарының икенсе көнө лә сәмле барҙы. Чемпионаттың еңеүсеһе – Николай Красников! Пьедесталдың икенсе баҫҡысына – Тольяттиҙың “Мега-Лада”һынан Данил Иванов, өсөнсөһөнә чемпиондың уҡыусыһы Дмитрий Колтаков күтәрелде.
25-26 ғинуарҙа Польшала үтәсәк донъя чемпионатында Данил Иванов, Дмитрий Хомицевич менән яҡташыбыҙ Дмитрий Колтаков илебеҙ намыҫын яҡлаясаҡ. Ә еңелеү белмәҫ Красников шәхси ярыштарҙа ҡатнашыуҙан баш тартты.
Чемпионат һуңынан үткәрелгән матбуғат конференцияһында журналистар унан киләсәктә ярыштарҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауы хаҡында ҡыҙыҡһынды.
— Дөрөҫөн әйткәндә, күптән ялҡтым, әммә үҙебеҙҙә әлегә мотоспортты ташларға уйламайым. Техник спорт төрҙәре үҙәге ҡарамағында мәктәп асылды, унда һикһән самаһы кеше шөғөлләнә. Уларға ниндәйҙер өлгө күрһәтеү кәрәк. Минең буш һүҙ һөйләмәүемде, тәжрибәмде күрһендәр, белһендәр, өйрәнһендәр өсөн, – тип яуапланы боҙ батыры.
Рәсәй Мотоциклет федерацияһының вице-президенты Сергей Щербанин ярыштың юғары кимәлдә үтеүен, ышаныслы йәштәр килеүен, матди базаны үҫтереү йәһәтенән ныҡлы аҙымдар эшләнеүен билдәләне.

Шамил Ғарифуллин, Өфө ҡалаһы, эшсе:
— Мотоуҙышты ғаиләбеҙ менән һәр ваҡыт көтөп алабыҙ, ниндәйҙер сәм, дәрт алып ҡайтабыҙ унан. Ысын ир-ат спорты бит ул.
Айрат Сәйфуллин, Салауат ҡалаһы:
— Былтыр донъя чемпионатын ҡарарға дуҫтарым менән барғайныҡ, быйыл эштән китеп булманы. Ярай, телевизорҙан ҡарармын әле, тип үҙемде йыуаттым. Әммә нишләптер ярышты БЮТ каналынан күрһәтмәнеләр. Башҡа дуҫ-иштәрем дә үкенес белдерҙе. Киләсәктә бындай турнирҙы телевизорға мотлаҡ төшөрһөндәр ине, сөнки бөтә кешенең дә уны Өфөгә барып ҡарау мөмкинлеге юҡ.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 3 040

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 934

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 406

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 398

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 570

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 425

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 401

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 549

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 359

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 233

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 322

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 200