Красников чемпиондарҙың яңы быуынын тәрбиәләргә ниәтләйЕгеттәр “тимер аттар”ын ажарландырып алға ынтылды. Тәгәрмәс аҫтынан боҙ ярсыҡтары сәсрәй. Етеҙерәк, етеҙерәк! Мотоуҙышсыларҙағы еңеү сәме, ғәйрәт көйәрмәндәргә лә күскән.
Ярата беҙҙә халыҡ спорттың был төрөн! Ял көндәрендә, һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, баш ҡаланың “Төҙөүсе” стадионы шығырым тулы: Рәсәй кимәлендәге 53-сө шәхси чемпионаттың финал ярышы бара бит.
Ҡышҡы мотоуҙыш спортта иң хәүефле төрҙәрҙән һанала. Көҙгөләй ялтырап ятҡан боҙҙа нимә булырын алдан күҙаллап та булмайҙыр, моғайын. Ярыш мәлендә фажиғәле һәләк булыусылар ҙа бар. Был спорт төрө менән ҡуш йөрәклеләр генә шөғөлләнә алалыр.
Шәхси беренселектә – һигеҙ, команда ярыштарында туғыҙ мәртәбә еңгән, дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы булған Николай Красников өсөн тәүге әйләнеш бик уңышлы булманы. Уны Тольятти егете Дмитрий Хомицевич анһат ҡына уҙып китте. Шулай ҙа артабанғы ынтылыштар бары еңеүҙәр алып килде. Алтынсыһында – Дмитрий Буланкинды, унынсыһында Стәрлетамаҡ егете Игорь Сайдуллинды ла мәрәй иҫәбе буйынса артта ҡалдырҙы. Һөҙөмтәлә чемпионаттың алтын миҙалы финалдың тәүге көнөндә үк иң күп мәрәй йыйған Николай Красниковҡа эләгәсәгенә шик ҡалманы. Шулай итеп, яҡташыбыҙ бишенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә эйә булды һәм был юҫыҡта уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарындағы легендар спортсы Борис Самородовты “ҡыуып тотто”.
Финал ярыштарының икенсе көнө лә сәмле барҙы. Чемпионаттың еңеүсеһе – Николай Красников! Пьедесталдың икенсе баҫҡысына – Тольяттиҙың “Мега-Лада”һынан Данил Иванов, өсөнсөһөнә чемпиондың уҡыусыһы Дмитрий Колтаков күтәрелде.
25-26 ғинуарҙа Польшала үтәсәк донъя чемпионатында Данил Иванов, Дмитрий Хомицевич менән яҡташыбыҙ Дмитрий Колтаков илебеҙ намыҫын яҡлаясаҡ. Ә еңелеү белмәҫ Красников шәхси ярыштарҙа ҡатнашыуҙан баш тартты.
Чемпионат һуңынан үткәрелгән матбуғат конференцияһында журналистар унан киләсәктә ярыштарҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауы хаҡында ҡыҙыҡһынды.
— Дөрөҫөн әйткәндә, күптән ялҡтым, әммә үҙебеҙҙә әлегә мотоспортты ташларға уйламайым. Техник спорт төрҙәре үҙәге ҡарамағында мәктәп асылды, унда һикһән самаһы кеше шөғөлләнә. Уларға ниндәйҙер өлгө күрһәтеү кәрәк. Минең буш һүҙ һөйләмәүемде, тәжрибәмде күрһендәр, белһендәр, өйрәнһендәр өсөн, – тип яуапланы боҙ батыры.
Рәсәй Мотоциклет федерацияһының вице-президенты Сергей Щербанин ярыштың юғары кимәлдә үтеүен, ышаныслы йәштәр килеүен, матди базаны үҫтереү йәһәтенән ныҡлы аҙымдар эшләнеүен билдәләне.
Шамил Ғарифуллин, Өфө ҡалаһы, эшсе:— Мотоуҙышты ғаиләбеҙ менән һәр ваҡыт көтөп алабыҙ, ниндәйҙер сәм, дәрт алып ҡайтабыҙ унан. Ысын ир-ат спорты бит ул.
Айрат Сәйфуллин, Салауат ҡалаһы:— Былтыр донъя чемпионатын ҡарарға дуҫтарым менән барғайныҡ, быйыл эштән китеп булманы. Ярай, телевизорҙан ҡарармын әле, тип үҙемде йыуаттым. Әммә нишләптер ярышты БЮТ каналынан күрһәтмәнеләр. Башҡа дуҫ-иштәрем дә үкенес белдерҙе. Киләсәктә бындай турнирҙы телевизорға мотлаҡ төшөрһөндәр ине, сөнки бөтә кешенең дә уны Өфөгә барып ҡарау мөмкинлеге юҡ.