Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һаумы, Сочи-2014!Сочиҙа үтәсәк ҡышҡы Олимпиада уйындарына теүәл 500 көн ҡалды. Ошо айҡанлы “Сочи-2014” ойоштороу комитеты барлыҡ илдә ҙур байрам үткәрҙе. Рәсәйҙең 17 ҡалаһында спорт һәм мәҙәни саралар гөрләне, волонтерҙар ҡатнашлығында ярыштар йәнле барҙы.

Акцияға Өфө йәштәре лә әүҙем ҡушылды. Был көндә баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙаны күңелле ауаздарҙан гөрләп торҙо.
Эстафета ярыштары ҡышҡы спорт төрҙәренән ғибәрәт ине. Башҡорт дәүләт медицина университеты, “Индиго” үҙәге волонтерҙары 500 метр алыҫлыҡҡа коньки урынына ролик кейеп, шайба урынына туп менән таһыллыҡта көс һынашты.
Республикабыҙҙа спортҡа етди иғтибар бирелә. Йыл һайын Өфөлә 12 спорт төрө буйынса уҡыусылар спартакиадаһы үтә. Сарала ошо ярыштың былтырғы уҡыу йылындағы еңеүселәре билдәләнде.
Унан, VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарының символикаһы төшөрөлгән байраҡ тотоп, майҙанға балалар сыҡты. Мәғлүм булыуынса, донъя күләмендәге был ярыш 2013 йылдың 26 февралендә Өфөлә үтәсәк. Унда барлыҡ илдәрҙән 12 – 15 йәшлек меңдән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ.
Өфөнөң ете районынан Халыҡ-ара ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашасаҡ командалар үҙ-ара боҙҙағы хоккей буйынса көс һынашты.
Байрамда ҡатнашыусыларға “Мегафон” компанияһы, башҡа бағыусылар үҙенсәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сараға Паралимпия чемпиондары Оксана Савченко, Андрей Коптин, Михаил Зимин, Илдар Помыкаловтар килгәйне. Йәштәр, уҡыусылар билдәле спорт “йондоҙҙары” менән аралашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, автограф алып ҡыуанды.
И. ХАҠОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 779

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 398

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 239

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 267

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 428

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073