Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ниһайәт, еңеү!..Омскиҙың "Авангард"ынан, аҙаҡ көтмәгәндә Астананың "Барыҫ"ынан еңелгәндән һуң, юлаевсыларҙың "ҡапҡаһына таш атыусылар" бермә-бер артты. Миҙгелдең тәүге биш уйынында ни бары бер еңеү "Салауат Юлаев" кеүек команда өсөн ҡаҙаныш түгеллеген бөтәһе лә асыҡ төшөндө. Шуға ла тренер штабы өсөн бер еңеү менән булһа ла Өфөгә әйләнеп ҡайтыу төп маҡсатҡа әйләнде.
– Уйынсыларыбыҙ боҙға һуңғы уйынға сыҡҡан кеүек булды, – тине "Югра" менән алыштан һуң баш тренер Венер Сафин. Ысынлап та, сираттағы еңелеүҙе ҡайһы бер көйәрмәндәр ғәфү итмәҫ ине. Әммә хоккейсыларыбыҙ боҙҙа ҡаршы яҡты ғына түгел, ә иң тәүҙә үҙ-үҙен еңеп, ниһайәт, миҙгелдә икенсе тапҡыр өс мәрәй яулай алды.
Был юлы ла иҫәпте юлаевсылар асты. "Барыҫ"ты ла уйын барышында еңеп килеп, аҙаҡ теҙ сүктек бит. Шуға ла тынысланырға иртәрәк ине. Ысынлап та, икенсе осор тамамланып та өлгөрмәне, "Югра" уйынсылары Вадим Тарасовтың ҡапҡаһы артында "ҡыҙыл ут" тоҡандырҙы.
Аҙаҡ та беҙҙең ҡапҡа эргәһендә "дауыл" уйнаны тиһәк, хата булмаҫ. "Югра" бөтөн көсөн йыйып һөжүмгә ташланды. Әммә үткән уйында Ҡазандың "Аҡ барыҫ"ын теҙ сүктереүгә ҙур көс һалғанғамы, был юлы нисектер килеп сыҡманы. Беҙҙән Ииро Тарккиға алмашҡа сыҡҡан Вадим Тарасов та ҡапҡала һынатырға теләмәне, буғай.
Өсөнсө осорҙа уйындың "теҙгенен" беҙҙекеләр тулыһынса үҙ ҡулына алды. Тегеләр ҙә быны төшөнөпмө, артыҡ ҡаршылашманы. Һөҙөмтәлә Михаил Бирюковтың ҡапҡаһы артында тағы ике мәртәбә "ҡыҙыл ут" тоҡанды. Шайбаларҙы Денис Хлыстов менән Андрей Зубарев сәпәне. Был – миҙгелдәге икенсе еңеүебеҙ ине.
Әйткәндәй, тәүге уңышһыҙлыҡтарҙан һуң күптәр беҙҙең тренер штабын “отставкаға ебәрергә” ашыҡты. Әммә баш тренер уйынсылар урынына боҙға үҙе сыға алмай. "Югра" менән осрашыу тағы бер ҡабат шуны раҫланы: беҙҙекеләрҙең ҡеүәте бар! Киләһе "Өфө-Арена"лағы уйында командабыҙ океан аръяғындағы локаут арҡаһында Евгений Малкин, Сергей Гончар, Николай Кулемин кеүек "йондоҙҙар" менән тулыланып, Гагарин кубогына төп дәғүәсегә әүерелгән Магнитогорскиҙың "Металлург"ы менән осрашасаҡ.
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 779

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 398

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 239

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 267

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 428

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 232

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073