Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Лондон. Еңеү! Өфө!Йөҙләгән кешенең шатлыҡ ауазы, сәскә гөлләмәләре, алтын һәм көмөш миҙалдар сыңлауы... "Өфө" аэропортында бындай оло байрамдың булғаны юҡтыр. Кисә төндә Башҡортостан көйәрмәндәре Лондондағы XIV Йәйге паралимпия уйындарында ҡатнашҡан 16 яҡташыбыҙҙы шулай ҙурлап ҡаршыланы.
Ҙурламаҫлыҡ та түгел! Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендәге 36 алтын миҙалдың һәр өсөнсөһөн Башҡортостандыҡылар яуланы, тағы ла биш көмөш миҙалға эйә булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: алтын миҙалдар һаны буйынса Рәсәй Ҡытайҙан һуң икенсе урынға сыҡты.
Тыуған Башҡортостанға ҡайтыр алдынан паралимпиясыларыбыҙ Мәскәүҙә Шереметьево аэропортында ла баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡотлауын ҡабул иткәйне. Унда спортсыларҙы сәләмләп елберҙәгән Башҡортостан флагын үҙәк телевидениенан барыһы ла күргәндер. Быйылғы Паралимпиадала биш тапҡыр еңеү яулаған йөҙөүсе Оксана Савченкоға беренсе булып һүҙ бирелгәс, ул республикабыҙ етәкселегенә рәхмәт еткерергә ашыҡты.
— Ярыштар мәлендә Башҡортостандан гел шылтыратып, хәлемде белешеп торҙолар, республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе ике тапҡыр шылтыратты. Бындай иғтибар барыбыҙҙы ла еңеүгә рухландырҙы. Ошондай уңыштарға өлгәшеүебеҙҙе күреп, физик мөмкинлектәре сикләнгән башҡа кешеләр ҙә яңы һәләттәрен асырға, спорт менән шөғөлләнергә тырышыр тип өмөтләнәм, — тине чемпионыбыҙ.
Иртәгәһенә, 11 сентябрҙә, Рәсәй йыйылма командаһы Кремль һарайына Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуға йыйылды. Унда Паралимпиада еңеүселәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Оксана Савченко — Дуҫлыҡ, Александр Неволин-Светов, Елена Паутова менән Алексей Лабзин Почет ордендары менән бүләкләнде. Бронза һәм көмөш миҙал алыусыларҙы Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов тәбрикләне.
— Һеҙ юғары оҫталыҡ күрһәттегеҙ. Ихтыяр көсө, ынтылыш менән һоҡландырҙығыҙ һәм командабыҙҙы донъя паралимпия спортының лидерҙары рәтенә сығарҙығыҙ. Дүрт йыл элек кенә Пекиндағы Паралимпиадала беҙ һигеҙенсе урында булғайныҡ. Лондонда икенсе баҫҡысҡа күтәрелдек. Был, ысынлап та, ҙур ҡаҙаныш! — тине Владимир Путин.
Шишәмбенән шаршамбыға ҡарай төндә, ниһайәт, чемпиондарыбыҙ ҡайтып етте. Уларҙы Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Өфө ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостандың Юғары спорт оҫталығы үҙәге менән Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең төбәк ойошмаһы вәкилдәре, спортсыларҙың яҡындары һәм дуҫтары, журналистар ҡаршыланы.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, еңеүсе яҡташтарыбыҙ менән уларҙың тренерҙарын бүләкләү өсөн республика бюджетынан 32 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.
Н. ХӘСӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 789

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 408

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 281

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 241

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 268

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 429

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 233

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 098

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073