Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Лондонда уҙған Паралимпиаданың һөҙөмтәһе Рәсәй халҡында ҙур ҡыуаныс уятты: беҙҙең команда алтын миҙалдар һаны буйынса ҡытайҙарҙан ҡала икенсе урынды яуланы. Башҡортостан халҡы иһә икеләтә ғорурлыҡ тойғоһо кисерә: илебеҙ өлөшөнә төшкән 36 алтын миҙалдың 12-һен яҡташтарыбыҙ алды!
Өфө студенты Оксана Савченко миҙалдар һаны һәм дәрәжәһе буйынса Рәсәй йыйылма командаһының иң яҡшы спортсыһына әүерелде — йөҙөүсе ҡыҙ биш дистанцияның барыһында ла еңеүсе булды. Еңел атлеттар Алексей Лабзин (ике "алтын" һәм бер "көмөш"), Елена Паутова, Андрей Коптев, Анастасия Овсянникова (берәр "алтын"), Анна Сорокина (көмөш миҙал), йөҙөүсе Александр Неволин-Светов (бер "алтын" һәм өс "көмөш") һәм Михаил Зимин (бер "алтын") да Башҡортостандың бәҫен арттырҙы.
Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко спортсыларыбыҙҙың уңышын айырым билдәләргә өлгөрҙө.
“Башҡортостан вәкилдәренең Паралимпиадала ниндәй уңышҡа өлгәшеүен барыбыҙ ҙа күреп торабыҙ. Өфөлә республика Президенты һәм спорт министрлығы (Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. — Ред.) спортсы инвалидтар мәсьәләһенә һәм паралимпия спортының үҫешенә етди иғтибар бүлә. Беҙ иһә "2005 — 2015 йылдарға физик культура һәм спортты үҫтереү" федераль маҡсатлы программаһы буйынса унда ҡеүәтле әҙерлек үҙәге төҙөргә уйлайбыҙ”, — тигән ул Рәсәй Спорт министрлығының матбуғат үҙәгенә биргән интервьюһында.
Паралимпиадала ҡатнашыусыларҙы бөгөн Кремлдә хөрмәтләп ҡаршылайҙар. Тәүҙә Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов көмөш һәм бронза миҙал яулағандарҙы ҡотлай, һуңынан Рәсәй Президенты Владимир Путин еңеүселәрҙе бүләкләй. Төнөн "Өфө" аэропортында Башҡортостан паралимпиясыларын ҡаршы алыу көтөлә.
Н. ХӘСӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 796

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 416

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 282

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 243

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 430

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 285

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 269

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 431

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 236

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 100

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 201

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 075