Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Денис Шафиҡов —Европа чемпионы!
Денис Шафиҡов —Европа чемпионы!— Ҡасан майҙанға Денис сыға?
Тамашасылар тәүҙә “Өфө-Арена” боҙ һарайында башҡа көрәшселәрҙең алышын ҡыҙыҡһынып күҙәтһә лә, “Сыңғыҙхан”ды таптыра башланы. Барыбыҙ ҙа грузин Нугзар Маргелашвилиҙы, итальян Джузепе Лауриҙы, шотланд Ли МакАллистерҙы нокаутҡа ебәргән башҡорт батырын Өфөлә күптән көттөк.
Ниһайәт, комментатор рингка Денис менән Куба итальяны Брунет Замораның сығыуын иғлан итте. Ҡамсат бүректә, еләндә ғорур атлап килгән егетте күргәс, залдағылар, гүйә, урынынан ҡупты. Ҡул сабалар, һыҙғыралар. Бындай тулҡынланыуҙан йөрәк дөп-дөп тибә: донъяны шаулатҡан башҡорт батыры ата-бабалары Денис Шафиҡов —Европа чемпионы!ерендә, беҙҙең алда тора!
Тәүге раундта бокссылар бер-береһен “ҡапшап” ҡараны. Әлбиттә, был егеттәрҙең тәүге алышы түгел – 2010 йылда улар осрашҡайны. Ярышты ҡарап барған көйәрмәндәр, сит ил, Рәсәй белгестәре, Денисты дәғүәсеһенән күпкә көслөрәк тиһә лә, судьялар иҫәпте тигеҙләй ҙә ҡуя. Шулай итеп, WBA Интерконтиненталь чемпионы титулы Заморала ҡала. Бөгөн улар икеһе лә Европаның уртаса ауырлыҡтағы иң яҡшы профессиональ бокссыһы һанала.
Егеттәр араһындағы көсөргәнешле алышты халыҡ күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтте.
Денис Шафиҡов —Европа чемпионы!– Ҡайһылай еңел йөрөй, кәүҙәһе уйнап тора! – Тамашасыларҙың иғтибары айырыуса Дениста.
— Берҙе һал! – тип һөрәнләй кемдер.
— Нокдаунға ебәр! – Икенселәре иһә батырҙы дәртләндерергә тырыша, өсөнсөләре республика байрағын болғай.
Икенсе раундта Денис, дәғүәсеһенә елле генә эләктереп, үҙенең иҫәбен ярайһы ғына яҡшыртты. Замора ла сос. Шафиҡовтың тос йоҙроғонан янтайып ҡотолоп ҡала. Туғыҙынсы раундта ул Шафиҡовҡа ныҡ ҡына эләктереп, үҙ иҫәбенә мәрәй өҫтәп тә ҡуйҙы. Әммә…Юҡҡа ғына боксты иң ауыр спорт төрө тип әйтмәйҙәр. Аҙаҡҡы минуттарҙа икеһенең дә арығанлығы һиҙелә башланы. Шулай ҙа дөмбәҫләшеүҙең ахырына тиклем ныҡ торҙолар.
Кем еңер? Барыһы түҙемһеҙләнеп ярыштың һөҙөмтәһен көтә. Йөрәк дөп-дөп тибә. Бына судьяның ҡарары яңғыраны.
Европа чемпионы билбауы – Денис Шафиҡовта! Шуны ғына көткән зал йәнә зыҡ ҡупты!
Ҡотлайбыҙ, башҡорт егете!
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов, чемпионды тәбрикләп, елән менән ҡамсат бүрек кейҙерҙе.
В. ИСХАҠОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Юҡ инде, һеҙ беҙгә...

Юҡ инде, һеҙ беҙгә... 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” менән “Авангард” хоккей командалары араһында икенсе матч башланды. Тәүгеһе элекке...

Тотош уҡырға 2 777

Йөҙ көн ҡалды

Йөҙ көн ҡалды 31.03.2019 // Спорт һәм туризм

Быйыл 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындары була....

Тотош уҡырға 2 396

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт"

Бөркөттәрҙе йыйҙы "Бөркөт" 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының “Бөркөт” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Мәғариф министрлығының...

Тотош уҡырға 2 280

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре майҙан тотто 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа Урал аръяғы район-ҡалаларының мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре...

Тотош уҡырға 2 238

Белореттар әле лә саңғыла

Белореттар әле лә саңғыла 30.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Белорет районының “Ҡурташ” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса Белорет районының асыҡ...

Тотош уҡырға 1 428

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы?

“Ҡарсығалар” беҙҙән ҡурҡамы? 29.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 10-сы яртыла “Салауат Юлаев” хоккей командаһы “Авангард” менән...

Тотош уҡырға 1 284

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар

Себерҙә ауылды танытып ҡайттылар 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйәндәр, ғафуриҙар, өфөләр, әлшәйҙәр, балаҡатайҙар, балтастар......

Тотош уҡырға 1 266

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы

Башҡортостан данын Бөрйәндәр яҡланы 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

18 - 24 мартта Төмән ҡалаһында IX Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл спорт уйындары үтте....

Тотош уҡырға 1 427

Ҡар бураны уйнатты... Монах

Ҡар бураны уйнатты... Монах 27.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында республика райондары араһында “Терра Башҡортостан” ат-спорт...

Тотош уҡырға 1 230

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға

Йәш мәргәндәр сыҡты майҙанға 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан Учалыла ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр араһында Зәйнулла...

Тотош уҡырға 1 097

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне

“Билмән”гә берәүҙең дә көсө етмәне 26.03.2019 // Спорт һәм туризм

Красноярск ҡалаһында бик ҡыҙыҡ ярыш уҙҙы. Унда сикәгә сабыу буйынса беренсе донъя чемпионаты...

Тотош уҡырға 1 200

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай

Баймаҡ арғымаҡтары һынатмай 25.03.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡ районы — республикала йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса тәүге урында тора. Район йылҡы...

Тотош уҡырға 1 073